18:03 (UTC+5), 25 Февраля 2010

Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин: берҙәм эш иткәндә генә БР Президенты Мөрәжәғәтнамәһе мәсьәләләрен үтәргә мөмкин

Башҡортостан Республикаһы Президентының БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә күрһәтелгән төп мәсьәләләр шундй киң масштаблы, хатта республикала йәшәүсе һәр кешегә ҡағыла, шуға ла уларҙы берҙәм эш иткәндә генә хәл итергә мөмкин. Ошондай фекерен белдерҙе “Башинформ” агентлығына комментарийында БР мосолмандары Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин.
— Мөрәжәғәтнамәне Башҡортостан халҡына үҙенә күрә наказ кеүек ҡарарға ла мөмкин, — тине Нурмөхәмәт хәҙрәт. – Шул уҡ ваҡытта был документта күрһәтелгән мәсьәләләрҙең хәл итеү юлдары ла билдәләнгән. Был бурыстар шул тиклем глобаль, ул билдәле социаль төркөмдәр йәки власть тармаҡтарының теге йәки был вәкилдәренә генә түгел, һәр беребеҙгә ҡағыла. Тимәк, уларҙы ҡулға ҡул тотоношоп эш иткәндә генә хәл итергә мөмкин. Президент Мөрәжәғәтнамәһе тексында бар тармаҡҡа ла – иҡтисад, социаль өлкә, мәҙәниәт, граждандарыбыҙҙың рухын күтәреү кәрәклегенә лә иғтибар бирелгән. Әгәр был документта билдәләнгән маҡсаттарҙы үтәй алһаҡ, һис шикһеҙ, йәмғиәтебеҙҙең һәр яҡлап үҫеше күҙәтеләсәк, һәм Башҡортостан илебеҙ төбәктәре араһында юғары статус биләүен йәнә бер тапҡыр иҫбәтлаясаҡ.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика