Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
0
98.03
0
85.41
-0.92
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
20 Февраль 2010, 07:50

Ватанды һаҡлаусылар көнө айҡанлы ҡотлауҙар килде

Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведев исеменән Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимовҡа телеграмма килде.
Дәүләт башлығы ҡотлауында былай тиелә:
«Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы!
Һеҙҙе Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайым! 23 февраль – еңел булмаған хәрби хеҙмәтте ғүмеренең төп эше итеп һайлаған ҡыйыу һәм рухи яҡтан көслө кешеләрҙең байрамы. Был көндә беҙ Рәсәйҙең тотороҡло үҫешен тәьмин итеп, Тыуған илгә тоғро хеҙмәт иткән, илебеҙ һәм граждандарыбыҙ мәнфәғәтен ышаныслы яҡлағандарҙың барыһын да хөрмәтләйбеҙ. Һеҙгә һаулыҡ һәм яңы ҡаҙаныштар, именлек һәм яҡындарығыҙға уңыштар теләйем.
Дмитрий Медведев».
Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы Рәйесе Сергей Мироновтың телеграммаһында былай тиелә:
«Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы!
Һеҙҙе Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайым! Тыуған илде һаҡлау һәр граждан өсөн һәр ҡасан маҡтаулы бурыс булды һәм булып ҡала. Бөгөн беҙ Ватаныбыҙ һағында торғандарҙы һәм киләсәктә хәрби бурысын үтәргә тура киләсәк егеттәребеҙҙе ҡотлайбыҙ. Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткә, ватансылыҡҡа, ҡыйыулыҡҡа һәм рус һалдатының намыҫына һәр ҡасан хөрмәт менән ҡаранылар. Был байрам көнө һәр ваҡыт тыныслыҡ, ғәҙеллек һәм тыуған ергә һөйөү символы булһын.
Һеҙгә именлек, изгелек, бар эштәрҙә һәм башланғыстарҙа уңыштар теләйем.
Сергей Миронов».
Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәте етәксеһе Сергей Нарышкин да Мортаза Рәхимовты ҡотланы:
"Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы!
Һеҙҙе Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайым!
Был байрам Рәсәй яугирҙарының ҡаһарманлығын һәм батырлығын символлаштыра. Уларҙың данлы еңеүҙәре – тарихи мираҫыбыҙҙың айырылғыһыҙ өлөшө. Һәм бөгөн армия менән флоттың матур йолаларын һаҡлап алып ҡалыу, һалдат һәм офицерҙарҙың яңы быуынын Рәсәй мәнфәғәттәрен һәм граждандар именлеген ышаныслы яҡлаусы ысын профессионалдар итеп тәрбиәләү мөһим. Һеҙгә һәм һеҙҙең яҡындарығыҙға ныҡлы сәләмәтлек, тыныслыҡ, именлек, Ватаныбыҙ хаҡына ҙур ҡаҙаныштар теләйем.
Ихтирам менән, Сергей Нарышкин".
***
Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимовҡа Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлау телеграммаларын шулай уҡ РФ Федераль Йыйылышының Федерация Советы ағзалары һәм Дәүләт Думаһы депутаттары, Рәсәй Федерацияһы субъекттары башлыҡтары, федераль министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, хәрби начальниктар, мәҙәниәт һәм фән эшмәкәрҙәре, ҙур сәнәғәт предприятиелары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, киң мәғлүмәт саралары һәм башҡалар ебәрҙе.
Телеграммалар килеүен дауам итә.
Автор:Башҡортостан Республикаһы Президентының матбуғат хеҙмәте
Теги:ҡотлау
Читайте нас: