09:01 (UTC+5), 19 Февраля 2010

Йәштәр сәйәсәтенә иғтибар өсөн рәхмәт белдерҙеләр

Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Ғ. Рәхимов исеменә Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе В.Г. Якеменконан хат килде. Агентлыҡ башлығы республика Президентын Ярославлдә үткән “ХХI быуат лидеры” Бөтә Рәсәй балалар һәм йәштәр йәмәғәт берекмәләре лидерҙары һәм етәкселәре конкурсында Башҡортостан вәкилдәренең еңеүе менән ҡотланы.
“Балалар һәм йәштәр йәмәғәт берекмәләре лидерҙары (19 - 25 йәштәгеләр)” төркөмөндә “Башҡортостан пионерҙары” республика балалар йәмәғәт ойошмаһы белгесе Татьяна Бойко конкурс призеры булды. Ул Рәсәй Президенты Указы менән 2006 йылда булдырылған талантлы йәштәргә ярҙам күрһәтеү буйынса премияға номинацияланды.
“Балалар һәм йәштәр йәмәғәт берекмәләре лидерҙары (14 - 18 йәштәгеләр)” төркөмөндә “Сағыу ваҡиғалар лидеры” махсус номинацияһында “Башҡортостандың демократик йәштәр союзы” йәмәғәт ойошмаһы лидеры Глеб Савельев еңеүсе булды.
“Балалар һәм йәштәр йәмәғәт берекмәләре лидерҙары (26 - 30 йәштәгеләр)” төркөмөндә “Ижтимағи һөҙөмтә лидеры” махсус номинацияһында “Башҡортостан пионерҙары” республика балалар йәмәғәт ойошмаһының мәғлүмәт киңлеге координаторы Екатерина Крючкова еңеп сыҡты.
“Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы!
Һеҙҙе Башҡортостан Республикаһы вәкилдәренең лайыҡлы уңышы менән ҡотлайым. Йәштәр сәйәсәте өлкәһенә иғтибар өсөн рәхмәт белдерәм”, - тиелә Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Василий Якеменконың хатында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика