10:14 (UTC+5), 19 Февраля 2010

Йәмәғәт ойошмалары пикетҡа сыҡты

Радмир Сәмиғуллин
18 февралдә Дзержинский скверында Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы бинаһы эргәһендә башҡорт йәмәғәт ойошмалары ҡатнашлығында пикет ойошторолдо. Башҡорт йәштәре иттифағы, “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)” Йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге, “Күк бүре” башҡорт ижтимағи хәрәкәте активистары, күрше өлкәләрҙең башҡорт йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, студенттар һәм журналистар хоҡуҡ һаҡлау органдарының йәмәғәт ойошмалары активистарын, интеллигенцияны һәм журналистарҙы эҙәрлекләүҙәренә ҡарата ризаһыҙлыҡ белдерҙе.
Пикетҡа сығыусылар үҙҙәренең хоҡуҡ һаҡлау органдарына түгел, ә уның ҡайһы бер етәкселәренең эшмәкәрлегенә ҡаршы сығыш яһауҙарын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Әлегә тиклем йәмәғәт ойошмалары көс структуралары вәкилдәре менән һәр ваҡыт уртаҡ тел тапты, ә тегеләре, үҙ сиратында, йәмәғәтселәргә ҡарата бер ниндәй дәғүә белдермәне бит. Акцияла ҡатнашыусыларҙың фекеренсә, әлеге конфликт республикаға федераль көс структуралары төбәк органдарының хәҙерге етәкселеге килеүе менән бәйләнгән, тап уларҙың эшмәкәрлеге социаль һәм милләт-ара татыулыҡ хөкөм һөргән төбәктә ғауға сығарыу факторы булып хеҙмәт итә.
— 2009 йылдың сентябрендә башҡорт йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән осрашыуҙа генерал Палагин, был ойошмаларға ҡарата бер ниндәй дәғүәһе юҡ, тип белдергәйне, — тинеләр пикетта, — әммә йәмәғәт ойошмалары активистарын нигеҙһеҙ эҙәрлекләү, уларҙың эш урындарына һәм өйҙәренә барып тентеү үткәреү генералдың үҙ һүҙендә тормауын күрһәтә.
Пикетта ҡатнашыусылар йәмәғәт ойошмаларын законһыҙ эҙәрлекләүҙәрҙе туҡтатҡансы, Башҡортостан халыҡтары араһында бер-береһенә ҡарата дошманлыҡ һәм нәфрәт таратыусы ысын экстремистарға, провокацион интернет-ресурстар ойоштороусыларға ҡаршы реаль саралар күргәнсе үҙ акцияларын дауам итәсәктәрен белдерҙе.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика