07:08 (UTC+5), 19 Февраля 2010

Өфөлә социаль хеҙмәттәшлек мәсьәләләре тикшерелгән

Евгений Рәхимҡолов
Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡорт дәүләт хеҙмәте һәм идаралығы академияһында министр урынбаҫарҙары, дәүләт комитеттары рәйестәре, республика ведомстволары етәкселәре урынбаҫарҙарының квалификацияһын күтәреү курстары сиктәрендә үткәрелгән түңәрәк өҫтәлдә социаль хеҙмәттәшлек мәсьәләләре тикшерелде.
«Башинформ» агентлығына БР Профойошмалар федерацияһының матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, был сарала БР Профойошмалар федерацияһы рәйесе урынбаҫары Валерий Апокин, БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Марат Шәйхулов, республиканың министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре ҡатнашҡан.
Валерий Апокин түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусыларҙы, был процеста республика министрлыҡтары һәм ведомстволарының ҙур роль уйнауына баҫым яһап, беҙҙең төбәктең социаль хеҙмәттәшлек системаһындағы хәл итәһе мәсьәләләр менән таныштырған. Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар шулай уҡ социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү, республика тармаҡ килешеүҙәрен төҙөү, эш менән тәьмин итеүселәр берлеген ойоштороу һәм уның эше, мәғлүмәти эш кимәле һәм башҡа һорауҙар буйынса өс яҡлы тармаҡ комиссияһы эшмәкәрлеге мәсьәләһен дә ҡуҙғатҡан.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика