10:38 (UTC+5), 18 Февраля 2010

14-15 мартта Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының Мәғлүмәт үҙәге эшләйәсәк

Марина Шумилова
2010 йылдың 14–15 мартында Рәсәй Федерацияһының Үҙәк һайлау комиссияһы Мәғлүмәт үҙәгенең “2010 йылдың 14 марты – Рәсәй Федерацияһы субъекттарында берҙәм һайлау көнө” эше ойоштороласаҡ, тип хәбәр итә РФ Үҙәк һайлау комиссияһының матбуғат хеҙмәте.
Һайлау барышын һәм тауыш биреүҙең яҡынса һөҙөмтәләрен, Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дәүләт власы закондар сығарыу органдарына депутаттар, муниципаль берәмектәрҙең һайлаулы органдарына депутаттар һәм башлыҡтар һайлауҙың йомғаҡтарын яҡтыртыу уның төп маҡсаты иҫәпләнә. Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының Мәғлүмәт үҙәгенә бар мәғлүмәттәр дәүләт “Һайлау” автоматлаштырылған каналдары аша киләсәк.
Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының Мәғлүмәт үҙәгендә Рәсәй ирекле һайлау фонды менән “ҡыҙыу линия”ның мобиль пункты урынлаштырыласаҡ.
Мәғлүмәт үҙәгенең эшмәкәрлеге сиктәрендә РФ Үҙәк һайлау комиссияһының рәйесе Владимир Чуровтың, комиссия ағзаларының, дәүләт власы органдары вәкилдәренең һәм һайлауҙы ойоштороу һәм үткәреү өлкәһе эксперттарының сығыш яһауҙары көтөлә, Рәсәй Федерацияһы субъекттарының һайлау комиссияларынан тура бәйләнештәр үткәреләсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика