08:47 (UTC+5), 17 Февраля 2010

Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы программаһындағы үҙгәрештәр раҫланған

Рәмил Рәхмәтов
16 февралдә Йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)” башҡарма комитетында сираттағы ултырыш үтте. Йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге “Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы (конгресы)” башҡарма комитеты ағзалары иҫәбенән Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайлау буйынса Башҡортостан Республикаһы муниципаль район һәм ҡала округы башҡорттары ҡоролтайында ҡатнашыуға яуаплы кешеләр билдәләнде. Улар урындағы һайлауҙарҙа һайлау һөҙөмтәләрен кире ҡағыуға тиклем хоҡуҡтары булған күҙәтеүселәр булып сығыш яһаясаҡ.
Бынан тыш, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының ултырышында Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек һәм уны үткәреү сиктәрендә донъя күрәсәк китап продукцияһы исемлеге раҫланды.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетында башҡорт йәштәре иттифағы һәм уның алдынғылары тирәләй барған ваҡиғалар: респулика баҫмалары редакцияларында, учреждениеларҙа нигеҙләнмәгән тентеүҙәр үткәреү һәм әйберҙәрҙе тартып алыу, йәш йәмәғәтселәрҙе даими ҡурҡытыу ҙур хәүеф тыуҙыра. Башҡарма комитет ағзалары ҡайһы бер структураларҙың башҡорт ижтимағи хәрәкәтенә законһыҙ баҫым яһауына ҡырҡа ҡаршы булыуын белдерҙе. Ошо сәбәпле Башҡортостан Республикаһы Башҡорт йәштәре иттифағының 2010 йылдың 15 февралендәге белдереүенә ҡушылырға һәм махсус белдереү яһарға ҡарар ителде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика