15:01 (UTC+5), 17 Февраля 2010

Сәнәғәт предприятиеларының 2009 йылдағы эш йомғаҡтары тикшерелде

Өфө ҡалаһы хакимиәтендә бөгөн сәнәғәт мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үтте.
Ҡаланың сәнәғәт предприятиеларының былтырғы эш йомғаҡтары менән йыйылыусыларҙы ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Альбина Йосопова таныштырҙы. Уның әйтеүенсә, 2009 йылда сәнәғәт производствоһы индексы – 97,6%, шул иҫәптән декабрҙә 105,3 процент тәшкил итте. Ҡаланың ҙур һәм урта предприятиелары тарафынан 233 миллиард һумлыҡ үҙҙәрендә етештерелгән продукция тейәп оҙатылды.
— Ҡала инфраструктураһын үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлеше булып торлаҡ, социаль-мәҙәни тәғәйенләнештәге объекттар төҙөү тора, — тине Альбина Йосопова. – Шулай итеп, финанслауҙың бөтә сығанаҡтары иҫәбенә былтыр 564,4 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелде.
Бынан тыш, ҡалала социаль объекттар төҙөү һәм реконструкциялау буйынса эш әүҙем алып барылды. Ҡ. Дәүләткилдиев исемендәге Республика художество гимназия-интернаты, Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге Республика музыка гимназия-интернатының уҡыу-административ бинаһы һәм Өфөнөң 30-сы махсус коррекция дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты реконструкциянан һуң сафҡа индерелде. Бынан тыш, Сипайловола 825 урынлыҡ яңы мәктәп, Урал юридик академияһы филиалының уҡыу комплексы һәм башҡа белем биреү учреждениеларының уҡыу корпустары төҙөлә башланы.
Альбина Йосопова сығыш яһағандан һуң ҡаланың ҡайһы бер ойошмалары һәм предприятиелары етәкселәре үҙ коллективтарының уҙған йылдағы ҡаҙаныштары һәм үҙҙәре алдында торған проблемалар хаҡында һөйләне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика