05:02 (UTC+5), 17 Февраля 2010

Парламент мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзының позицияһын яҡланы

БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәте
Дәүләт Думаһы торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү буйынса социаль яҡлау сараларын билдәләү буйынса вәкәләттәрҙе Рәсәй Федерацияһы субъекттарына тапшырыуҙы күҙ уңында тотҡан федераль закон проектын ҡарай, шул уҡ ваҡытта торлаҡ бинаға, коммуналь хеҙмәттәргә түләү йәһәтенән төбәк йөкләмәләрен билдәләү тәртибе һәм ауыл мәктәптәре уҡытыусыларына ошо льготаларҙы финанслауҙың йыйылма күләмен һаҡлап ҡалыу принцибы федераль кимәлдә раҫланмай. Башҡортостандың Профсоюздар федерацияһы, Халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының республика ойошмаһы күҙалланған үҙгәрештәр менән килешмәүен белдерҙе һәм парламентарийҙарҙың ҡаралған закон проекттарына мөнәсәбәтен асыҡлау маҡсатында үҙебеҙҙең закондар сығарыу органына мөрәжәғәт итте.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев был мәсьәлә буйынса профсоюздарҙың позицияһын тулыһынса хупланы. Республика парламенты етәксеһенең Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы Рәйесе Борис Грызловҡа мөрәжәғәтендә, тәҡдим ителгән закон проекты ауыл уҡытыусыларының йылылыҡ һәм яҡтылыҡ менән тәьмин ителгән бушлай торлаҡ майҙанға әле ғәмәлдә булған хоҡуғын юҡҡа сығара, тиелә.
Бындай закон проектын ҡабул итеү, Константин Борисович билдәләүенсә, Рәсәй Федерацияһының ниндәй субъектында йәшәүенә ҡарап, ауыл педагогия хеҙмәткәрҙәренең хоҡуҡтарын сикләүгә килтерәсәк. Башҡортостан парламентарийҙары фекеренсә, закон проекты тәҡдим ителгән редакцияла ҡабул ителә алмай, сөнки ул тейешле закон акттарын эшләгәндә Рәсәй Федерацияһы субъекттары нигеҙләнергә тейешле йөкләмәләрҙе билдәләүҙең федераль кимәлдә берҙәм тәртибен билдәләү; ауыл ерендәге педагогия хеҙмәткәрҙәре өсөн торлаҡ биналарға һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләү буйынса льготалар биреү йәһәтенән Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дәүләт власы органдары вәкәләттәрен тормошҡа ашырыуҙы финанс тәьмин итеүенең бюджет-ара мөнәсәбәттәрендә иҫәп-хисап механизмын билдәләү; Рәсәй Федерацияһының барлыҡ субъекттарында ауыл ерендә, эшселәр ҡасабаларында (ҡала тибындағы ҡасабаларҙа) эшләүсе педагогия хеҙмәткәрҙәренә торлаҡ бинаға һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләү буйынса льготаларҙы финанслауҙың йыйылма күләмен һаҡлап ҡалыу принцибын билдәләү кеүек өс төп мәсьәләне хәл итеүҙе күҙ уңында тотмай.
Федераль закондар сығарыусы Рәсәй Федерацияһының иң эре субъекттарының береһендәге парламенттың фекерен иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫ, тип ышана депутаттар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика