07:31 (UTC+5), 17 Февраля 2010

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға өҫтәп депуттар һайлау буйынса участка һайлау комиссиялары ойошторолған

Марина Шумилова
БР Үҙәк һайлау комиссияһының хәбәр итеүенсә, 33-сө бер мандатлы Төньяҡ һайлау округы, бер мандатлы 49-сы Көньяҡ һайлау округы һәм бер мандатлы 50-се Мәләүез һайлау округы буйынса дүртенсе саҡырылыштағы БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға өҫтәп депуттар һайлауҙы әҙерләү һәм үткәреү буйынса Календарле саралар планына ярашлы 341 участка һайлау комиссияһы ойошторолған.
Депутатлыҡҡа кандидаттар күрһәтеүгә хоҡуҡлы сәйәси партиялар һәм башҡа субъекттар тәҡдиме нигеҙендә Асҡын, Балтас, Мишкә, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Йылайыр һәм Мәләүез райондары территориаль һайлау комиссиялары менән участка һайлау комиссиялары ойошторолған. Уның составына “Берҙәм Рәсәй” партияһының 341 вәкиле, КПРФ-тан - 242, ЛДПР-ҙан – 157, “Ғәҙел Рәсәй”ҙән 208 вәкил ингән.
Территориаль һайлау комиссиялары үҙҙәренең ултырышында участка комиссияларының рәйестәрен дә билдәләне. 20 февралгә тиклемге арала участка һайлау комиссиялары ойоштороу мәсьәләләре буйынса ултырыштар үткәрәсәк, уның барышында рәйес урынбаҫарҙарын һәм сәркәтиптәр һайлау ҡаралған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика