10:34 (UTC+5), 16 Февраля 2010

Раил Сарбаев Финляндияның ағас эшкәртеү буйынса тәжрибәһен өйрәнәсәк

БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте
Бөгөн БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев етәкселегендәге Башҡортостан Республикаһы делегацияһының Финляндияға эш сәфәре башланды. Һөйләшеүҙәрҙең төп темаһы — ағас эшкәртеү тармағында хеҙмәттәшлек урынлаштырыу.
- Йылдан-йыл ҡартайған урмандар күбәйә бара, урман эштәре уны ҡырҡып һатыуға ғына ҡайтып ҡала, - тип, 2009 йылда Раил Сарбаев был проблеманы бер нисә тапҡыр күтәрҙе. – 5,5 миллион гектар урмандарыбыҙ була тороп, нефть эшкәртеүгә һәм нефтехимияға ғына ҡарап йәшәү һис килешмәй. Был беҙҙең байлығыбыҙ, һәм беҙ уны оҫта, һөҙөмтәле файҙаланырға тейешбеҙ.
2010 йылдың 22 ғинуарында журналистар менән йомғаҡлау матбуғат конференцияһында ул комплекслы программа нигеҙенә һалынған урман тармағын үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләне:
–Ғәмәлдәге предприятиеларҙы реконструкцияларға, түбән сортлы һәм йомшаҡ япраҡлы ағастарҙы тәрән эшкәртеү буйынса производство ҡеүәттәре булдырырға кәрәк. Инвестициялар кәрәк. Һәм беҙгә бәләкәй бизнесты был өлкәгә әүҙемерәк йәлеп итеү мөһим, — тип өҫтөнлөктәрҙе билдәләне Премьер-министр.
Шул саҡта уҡ Раил Сарбаев, республика Финляндия тәжрибәһен өйрәнәсәк, тип хәбәр иткәйне.
Башҡортостан менән оҡшаш климат шарттарына эйә булған Финляндия каркаслы йорттар етештереү буйынса донъяла алдынғы позиция биләй – ошондай предприятиеларҙың береһенә барыу сәфәр программаһына индерелгән.
Сәфәренең һуңында БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев Финляндияның «Jarvilakia» Урман сәнәғәте ассоциацияһы президенты Ристо Уитти әфәнде менән осрашасаҡ һәм уның менән урман сәнәғәтселәренең хеҙмәттәшлек перспективаларын тикшерәсәк.
Делегация составына БР урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллин, сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрының беренсе урынбаҫары Вилорий Якупов, урман хужалығы министры урынбаҫары Ғәлим Асҡаров ингән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика