04:01 (UTC+5), 16 Февраля 2010

Миңлегөл Санъярова вафат булды

"Башинформ"
2010 йылдың 12 февралендә Социалистик Хеҙмәт Геройы, 3-сө төҙөлөш тресы ветераны Миңлегөл Әһелмөхәмәт ҡыҙы Санъярова оҙаҡ ауырығандан һуң 81-се йәшендә вафат булды.
М.Ә. Санъярова 1929 йылдың 9 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Үзбәк ауылында тыуған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген туған колхозында башлай. Ауыр һуғыш йылдарының бөтә михнәттәре уның иңенә төшә. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн М.Ә. Санъярова “1941 - 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән.
1956 йылда М.Ә. Санъярова ғаиләһе менән Өфөгә күсеп килә һәм 3-сө төҙөлөш тресында эш башлай. Хеҙмәт биографияһының өс тиҫтәгә яҡын йылын ул ошо тресҡа арнай. Миңлегөл Әһелмөхәмәт ҡыҙы бында эшсе, ҡыйыҡ ябыусы, унан һуң ташсы булып эшләй. Ошо йылдарҙа ул сәнәғәт һәм социаль объекттар, торлаҡ төҙөлөшөндә әүҙем ҡатнаша.
1975 йылдың 6 авгусында Өфө ҡалаһы төҙөлөшөндәге хеҙмәттәре өсөн М.Ә. Санъяроваға Социалистик Хеҙмәт Геройы тигән юғары исем бирелә. Уның күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм бик күп миҙалдар менән билдәләнә.
М.Ә. Санъярова ҡушылған эшкә һәр саҡ яуаплы ҡарашта булды, ҙур тырышлыҡ һалды. Ул ихласлығы, күңел ябайлығы, баҫалҡылығы һәм кешеләргә иғтибарлы мөнәсәбәте кеүек һоҡланғыс сифаттары менән айырылып торҙо. Миңлегөл Әһелмөхәмәт ҡыҙы яҡшы әсә, ике ул һәм ҡыҙ тәрбиәләне.
Сағыу шәхес, һоҡланғыс кеше Миңлегөл Әһелмөхәмәт ҡыҙы Санъярова хаҡында иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.
Некрологка Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев һәм башҡа рәсми кешеләр ҡул ҡуйған.
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика