08:25 (UTC+5), 12 Февраля 2010

Яңы технологияларға инвестициялар иҡтисадты күтәрәсәк

Михаил Сытин
Былтыр Благовещен районында гофроҡатырға етештереү заводы төҙөй башлау 360 миллион һум аҡса йәлеп итте. Производствоны эшкә ҡушыу 260 кешене эшкә урынлаштырырға һәм айына 8 миллион квадрат метр кимәлендә тауар төрөү продукцияһы сығарырға мөмкинлек бирәсәк. Хәҙер объектты төҙөү тамамланған тиерлек – монтажлау һәм ҡорамалдарҙы тикшереү алып барыла. Инвесторҙар фекеренсә, 4-5 йылда капитал һалыуҙар тулыһынса ҡапланасаҡ.
Бында “Ағиҙел” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте йылылыҡ изоляцияһы материалдары заводы ла төҙөлә. 2008 йылда башланған төҙөлөштө тамамлау өсөн инвесторҙар 2,3 миллиард үҙ средстволарын һалды һәм оҙайлы ваҡытҡа кредиттар йәлеп итергә планлаштыра.
– Район ни тиклем күберәк инвестициялар йәлеп итһә, шул тиклем күберәк эш урындары булдырыласаҡ һәм бюджет әүҙемерәк тулыланасаҡ, – тип билдәләне БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, 10 февралдә был ике объектта булып. – Ә былар бөтәһе бергә – районда именлек гаранты.
Ә 11 февралдә республика премьер-министры Раил Сарбаев Учалы ҡалаһының сәнәғәт һәм социаль объекттары буйлап үтте. Ул айырыуса Учалы үҙәк ҡала дауаханаһына, Ураҙ ауылында төҙөлгән малсылыҡ комплексына, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Көнбайыш Озерный һәм Озерный баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарына иғтибар бүлде.
«Байрамғол агрофирмаһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең һөтсөлөк фермаһы малсылыҡ комплексы 1200 баш голштин-фриз тоҡомло мал аҫрауға иҫәпләнгән. Был – дәүләт-шәхси партнерлыҡ өлгөһө – өс йыл элек республика «Байрамғол» агрофирмаһының малсылыҡ комплексын төҙөп бөтөрөргә ярҙам итте һәм йыл ярым элек бында 560 баш мал килтерелде. Хәҙер 350 быҙау өҫтәлеп, улар 825 баш булды. Быйыл майҙа бында тағы бер корпус төҙөлөшө тамамлана, һәм тиҙҙән малсылыҡ комплексында малдар иҫәбе тағы 400 һыйырға артасаҡ.
Бынан тыш, Раил Сарбаев Үҙйылға ер аҫты руднигының шахта һәм ташландыҡ тоҡомдар өйөмө аҫтындағы һыуҙарҙы таҙартыу ҡоролмалары төҙөлөшө менән танышты. Уның проект ҡеүәте 500 куб м/сәғәт тәшкил итә. Был ҡеүәттең яртыһы эшкә ҡушылған – 250 куб м/ сәғәт. Учалы районы хакимиәте башлығы Азат Йыһаншин әйтеүенсә, премьер таҙартыу ҡоролмаларының тулы ҡеүәтенә эшләй башлауын тәьмин итеү өсөн төҙөлөштө тиҙләтергә ҡушҡан.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика