Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
88.61
-0.09
97.07
-0.09
82.7
+1.02
-1 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
12 Февраль 2010, 17:28

Владимир Путиндың республикабыҙға сәфәре йомғаҡтары

8 февралдә Башҡортостан Рәсәйҙең бөтә киң мәғлүмәт сараларының иғтибар үҙәгендә булды. Өфөлә ил Премьер-министры Владимир Путин эш сәфәре менән булып китте. Ул төбәктәр үҫеше мәсьәләләре буйынса Хөкүмәт комиссияһының күсмә ултырышын үткәрҙе. Путин менән бергә хөкүмәттең бөтә иҡтисад блогы: Игорь Шувалов, Сергей Иванов, Сергей Собянин, Дмитрий Козак килгәйне. Бынан тыш, Мәскәү мэры Юрий Лужковты индереп, 20 губернатор килде. Хәҙерге Рәсәйҙең иң актуаль мәсьәләләренең береһе тикшерелде — «Электрон хөкүмәт» проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә мәғлүмәт технологияларын үҫтереү.
«Мәғлүмәт технологиялары тураһында граждандарыбыҙ күптән инде хәбәрҙар», — тип белдерҙе ултырыш башында Владимир Путин. Миҫал итеп ул бер нисә һан килтерҙе. Баҡһаң, «йыл һайын дәүләт власы органына 360 миллион мөрәжәғәт килә». Етмәһә, «һәр өлкән граждан теге йәки был хеҙмәтләндереү артынан 3-4 тапҡыр мөрәжәғәт итә һәм бөтә инстанцияларҙы йөрөп сығырға мәжбүр була».
Бындай хәл, әлбиттә, һәр кемде йонсота. Шуға күрә “яҡын йылдарҙа уҡ дәүләт һәм муниципаль хеҙмәтләндереүҙәрҙе электрон формала күрһәтеү системаһы тулыһынса юлға һалынырға тейеш”, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды премьер.
Был мәсьәләне хәл итеүҙә социаль карта ярҙам итергә тейеш. Федерацияның күп субъекттарында ул уңышлы индерелә. Ләкин Башҡортостан был йүнәлештә күптәрҙән алда бара, тип билдәләне Хөкүмәт башлығы. Бының менән Владимир Путин Башҡортостан проектына юғары баһа бирҙе.
«Беҙ тупланған тәжрибә менән уртаҡлашырға әҙербеҙ», — тине Башҡортостан Президенты.
«Заманса мәғлүмәт технологияларын файҙаланыу һәм үҫтереү – бик мөһим мәсьәлә, — тип журналистарға үҙ фекерен белдерҙе Минтимер Шәймиев. — Әммә электрон хеҙмәтләндереүҙәрҙе һәр яҡлап индереү өсөн улар дәүләт тарафынан Рәсәйҙең бөтә территорияһында индерелергә тейеш», — тип иҫәпләй Татарстан Президенты. Әлегә быны 10 төбәк кенә бойомға ашырҙы. Башҡортостан – беренселәрҙән булып.
Сәләмәт иҡтисадһыҙ алдынғы технологияларҙы үҫтереп булмай. Башҡортостанда финанс-иҡтисади күрһәткестәр башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда күпкә юғарыраҡ. Көрсөк оҙаҡҡа һуҙылыуға ҡарамаҫтан, Башҡортостан элеккесә — республика-донор, йәғни ил бюджетының өстән ике өлөшөн тәьмин итеүсе 12 субъекты иҫәбенә инә. Төбәктә сәнәғәт производствоһы индексы үҫкәндән-үҫә бара, социаль йөкләмәләр үтәлә, инвестициялар йәлеп итеүсәнлек кимәле элеккесә юғары. Өҫтәүенә, яңы сәнәғәт комплекстары төҙөлә, һөҙөмтәлә өҫтәмә эш урындары барлыҡҡа килә.
Өфө трансформатор заводына килгәс, быға Владимир Путин да инанды. Дүрт йылда уны төҙөүгә һалынған инвестициялар биш миллиард һумдан ашҡан, шуның 340 миллиондан ашыуы социаль инфраструктураға һалынған. Был объект – Европала үҙ профиле буйынса иң ҙур предприятие. Һуңғы 30 йыл эсендә Рәсәйҙә ћәм БДБ илдәрендә бының кеүек киң ҡоласлы машиналар эшләү заводы төҙөлгәне юҡ. Шул уҡ ваҡытта трансформатор заводының социаль әһәмиәтен билдәләргә кәрәк. Бында продукция етештереү башланыу менән Башҡортостан бюджетына һәм бюджеттан тыш дәүләт фондтарына һалым керемдәре артасаҡ, 2 меңдән ашыу кешегә эш урыны барлыҡҡа киләсәк.
Социаль-иҡтисади эщмәкәрлектә өлгәшелгән уңыштары өсөн Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Башҡортостан Президентына шәхси осрашыу ваҡытында рәхмәт белдерҙе. Республика башлығы агросәнәғәт комплексы эшенә айырым туҡталды. «Һуңғы ике йылда ауыл хужалығына айырыуса ҙур иғтибар бүленде. Был ҙур этәргес бирҙе һәм ауыл халҡының тормошон ҡырҡа яҡшыртты», — тип билдәләне Мортаза Рәхимов.
Президент аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшө программаһын тормошҡа ашырыу барышы тураһында айырыуса ҡәнәғәтлек менән һөйләне. «Беҙ 3-4 йылда бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәрен торлаҡ менән тулыһынса тәьмин итергә планлаштырабыҙ. Бушлай ер бирәбеҙ — 12 сутый, юлдар, инженер селтәрҙәре төҙөүҙе үҙ өҫтөбөҙгә алабыҙ», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика башлығы.
Дөйөм алғанда, республикала былтыр 2 миллион 352 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән. «Быйыл 2 миллион 400 мең самаһы булыр. Шулай ҙа иң мөһиме — тыуым арта», — тине Мортаза Рәхимов. Владимир Путин бының менән килеште һәм йылмайып: «Хоккейҙа ла еңәһегеҙ», – тип өҫтәне.
Әйткәндәй, хоккейҙа ғына түгел. Республиканың спорт өлкәһендә лә ҡаҙаныштары байтаҡ. Башҡортостан Президенты күптән түгел «Российская газета»ға биргән интервьюһында: «20 йылда беҙҙә меңдән ашыу мәктәп төҙөлдө. Йыл һайын 40—50 һаулыҡ һаҡлау объекты төҙөлә һәм реконструкциялана. Сифатлы автомобиль юлдары селтәре даими арта. Ауылдарҙа газ үткәреү кимәле үҫте. Башҡортостан Рәсәй Федерацияһының терәк төбәге булды һәм булып ҡала. Кешеләр республика үҫешһә генә яҡшы йәшәргә мөмкин булыуын аңлай. Беҙҙән илдең тотороҡло үҫешенә булышлыҡ итеүсе аҙымдар көтәләр. Һайланған сәйәси курсты һаҡлауҙың нигеҙе бына тап шунда ла», – тигәйне.
Автор:Сергей Захаров
Читайте нас в