06:00 (UTC+5), 12 Февраля 2010

Ҙур өмөттәр бағлайбыҙ

"Башинформ"
Бөгөн Ванкуверҙа стартуют ХХI ҡышҡы Олимпия уйындары башлана. Ошо айҡанлы Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов бөтә спорт һөйөүселәргә тәбрикләү сәләме ебәрҙе. Унда шулай тиелә:
«Хөрмәтле спорт һөйөүселәр!
Бөгөн Ванкуверҙа ХХI ҡышҡы Олимпия уйындары старт ала. Бөтә донъя дүрт йыллыҡтың төп спорт ваҡиғаһын күҙәтәсәк. Беҙ Рәсәй спортсыларының уңышлы сығышына ҙур өмөттәр бағлайбыҙ һәм был ышаныс һуңғы йылдарҙағы уларҙың реаль ҡаҙаныштары менән нығытыла. Илебеҙҙә ватан спортын үҫтереүгә, уның һоҡланғыс традицияларын тулыландырыуға иғтибар һиҙелерлек арта. Шуға күрә бөгөн күмәк спорт хәрәкәте Рәсәйҙең төп өҫтөнлөктәренең береһе булараҡ баһалана. ХХII ҡышҡы Олимпия уйындарын Сочиҙа үткәреүҙә беҙҙең заявканың еңеүе лә ошоноң һөҙөмтәһе ул. Дүрт йылдан беҙгә Рәсәйҙең хаҡлы рәүештә бөйөк спорт державаһы исемен үҙенә кире ҡайтарыуы хаҡында бөтә донъяға иҫбат итергә тура киләсәк.
Ҙур еңеүҙәр - көсөргәнешле, ныҡышмалы хеҙмәт һөҙөмтәһе ул. Башҡортостанда был хәҡиҡәтте ныҡлы беләләр. Беҙ спортҡа етди иғтибар бирәбеҙ. Республика ҡала һәм райондарында заманса спорт объекттары һалына, кешеләр һәр ерҙә спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлегенә эйә. Дәүләт кимәлендә ҡабул ителгән бөтә ҡарарҙарҙың тормошҡа ашыуына шик юҡ. Шакшала асылған “Юлаевсы” спорт комплексы - быға сағыу дәлил. Хәҙер Өфөнөң төньяҡ өлөшөндә йәшәүсе балалар һәм өлкәндәр хоккей менән шөғөлләнеү мөмкинлегенә эйә.
Беҙ Рәсәйҙең Олимпия йыйылма командаһында Башҡортостандың лайыҡлы сағылдырылыуы менән ғорурланабыҙ. Республика халҡы ҙур ҡәнәғәтлек менән яҡташтарының сығыштарын күҙәтәсәк.
Спорт һөйөүселәрҙең барыһы ла “Салауат Юлаев” хоккей клубы тренерҙары Вячеслав Быков менән Игорь Захаркин етәкселегендәге хоккей буйынса Олимпия йыйылма командаһынан сағыу сығыштар көтә. Олимпиадаға ебәрелгән командабыҙҙың тренерҙар штабы һәм уйынсылары төп маҡсатҡа - Ванкуверҙағы Олимпиада алтынына өлгәшеүгә ҙур өлөш индерер, тип ышанам.
Рәсәй спортсыларының барыһына ла Олимпия уйындарында Бөйөк Рәсәй данын арттырып сағыу еңеүҙәр, ә көйәрмәндәргә тамашалы спорт ярыштарынан ҡәнәғәтлек һәм шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйем!
Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика