07:47 (UTC+5), 11 Февраля 2010

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек әүҙем бара

Марина Шумилова
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетында өсөнсө оло ҡорға әҙерлек юғары ойошҡанлыҡ менән бара. 10 февралдә “Башҡорт милли мәғарифы: бөгөнгө хәле һәм перспективалары” секцияһын әҙерләү һәм үткәреү буйынса эш төркөмөнөң беренсе ултырышы уҙҙы. Башҡарма комитет рәйесе Азамат Ғәлин етәкселегендәге сарала һүҙ ошо көндәрҙә Баймаҡ ҡалаһының 4-се гимназияһында асылған “Педагогик коллектив – милли гимназияларҙағы һәм лицейҙарҙағы уҡытыу-тәрбиә процесын камиллаштырыуҙа төп инновацион ресурс” төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция темаһынан башланып, юғары уҡыу йорттары студенттары араһында профессиональ оҫталыҡ буйынса “Әсә теле – 2010” төбәк-ара, матбуғат баҫмаларында Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арналған ижади эштәр конкурстарын үткәреү һәм башҡа хәл ителәһе мәсьәләләр хаҡында барҙы.
Фекер алышыуҙа секция ултырышында сығыш яһаясаҡ докладсыларҙың республикала телдәр уҡытыуға, мәғариф системаһындағы яңы стандарттарға, инновацияларға төплө анализ яһарға тейешлеге билдәләнде, республикала ғына түгел, башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙәге ауылдарҙа башланғыс мәктәптәрҙең ябылыуы проблемаһы, шул уҡ ваҡытта ике ҡоролтай араһында эшләнгән эштәргә, атап әйткәндә, Дүртөйлө, Нефтекамала гимназиялар асылыуы, уларҙың бөгөнгө үҫешенә баһа биреү кәрәклеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
Әле phaja@mail.ru адресы буйынса сығыштар ҡабул ителә. Улар секция ултырышына ҡарата айырым брошюра булып донъя күрәсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика