05:48 (UTC+5), 10 Февраля 2010

Сыуашстан Президенты Николай Федоров Башҡортостандағы сыуаш диаспораһы вәкилдәре менән осрашты

Евгений Рәхимҡолов
Сыуашстан Президенты Николай Федоров Башҡортостан Республикаһында сыуаш мәҙәниәтен үҫтереү мәсьәләләре буйынса БР Милли музейында үткән түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашты.
«Башинформ» агентлығына Башҡортостан суаштары Канашы (съезд) башҡарма комитетының рәйесе Валерий Сидоровтың хәбәр итеүенсә, был сараны илебеҙ төбәктәрендә мәғлүмәт технологияларын үҫтереү мәсьәләләренә арналған Хөкүмәт комиссияһы ултырышы өсөн Николай Федоровтың Өфөгә визиты сиктәрендә үткәреү планлаштырған.
Түңәрәк өҫтәл эшендә БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры Александр Никерин, БР Президенты Хакимиәте һәм БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы вәкилдәре, шулай уҡ сыуаштар компактлы йәшәгән Башҡортостандың ҡала һәм райондарынан делегаттар ҡатнашты.
Валерий Сидоров Сыуашстан Республикаһы башлығын Башҡортостанда йәшәгән сыуаштар тормошо менән таныштырҙы.
— Ғорурланырлыҡ нәмәләр күп, сөнки беҙҙең хәлыҡ республиканың социаль-иҡтисади һәм мәҙәни үҫешенә лайыҡлы өлөш индерә, — тине ул.
Беренсе сыуаш ауылдары хәҙерге Башҡортостан биләмәһендә 300 йыл элек барлыҡҡа килгән. Шунан алып сыуаштар бында башҡа халыҡтар менән иңгә-иң терәп йәшәү менән бергә, үҙенең мәҙәниәтен һаҡлай һәм үҫтерә.
Валерий Сидоров билдәләүенсә, Башҡортостан сыуаштары менән ярайһы ҙур уңыштар милли мәғариф өлкәһендә өлгәшелгән. Миҫал өсөн, сыуаш телен бөгөн республиканың 124 мәктәбендә туғыҙ меңдән ашыу бала өйрәнә.
Сыуашстан башлығы фекеренсә, Башҡортостан сыуаштарында туған телде һаҡлауға ҙур иғтибар биреү арҡаһында, 1989 һәм 2002 йылдарҙағы ике һуңғы халыҡ иҫәбен алыуҙарҙан күренеүенсә, илебеҙҙең башҡа төбәктәренән айырмалы, Башҡортостанда сыуаштар һаны бик аҙға ғына кәмегән. Әгәр дөйөм Рәсәй буйынса сыуаштар 7,7 процентҡа кәмеһә, беҙҙә был һан бер процентҡа түбән төшкән. Был күрһәткес Сыуашстан менән сағыштырғанда ла отошлораҡ күренә, сөнки унда был милләт ике процентҡа аҙайған. Беҙҙең республика өсөн тағы ла бер ыңғай күрһәткес – башҡа төбәктәрҙәге милли-мәҙәни сыуаш үҙәктәре етәкселәренең күбеһе Башҡортостандан сыҡҡан.
Сыуашстан Президенты республикала алып барылған милли сәйәсәтте юғары баһаланы һәм Башҡортостандағы сыуаш йәмәғәт ойошмаларының башҡа төбәктәрҙәге оҡшаш үҙәктәр менән төбәк-ара бәйләнеште үҫтереүҙәге уңыштарын билдәләне.
Валерий Сидоров әйтеүенсә, быйыл Башҡортостан сыуаштарының бихисап мәҙәни һәм ижтимағи саралары планлаштырылған.
— Күптән түгел Өфө районының Булгаков ауылында ҙур фольклор фестивале үтте, - тине ул. – Ә быйылғы йылдың мартында форум ойоштороп, республикалағы өс сыуаш ойошмаһы – Башҡортостан сыуаштары канашы, БР Сыуаш мәҙәниәте йәмғиәте, Башҡортостан сыуаш йәштәре ойошмаһы йәштәр хәрәкәтенең эшмәкәрлеге менән таныштырмаҡсыбыҙ. Форумға республиканың бар милли-мәҙәни үҙәктәре етәкселәре саҡырыласаҡ.
Ағымдағы йылда, Валерий Сидоров әйтеүенсә, сығышы менән Башҡортостандың Бәләбәй районынан булған билдәле яҙыусы Константин Ивановтың тыуыуына 120 йыл тулыуы билдәләнәсәк.
— Беҙҙең бөйөк яҙыусыбыҙ тыуған ерҙәр — «сыуаш Мәккәһе» ул, — ти Валерий Сидоров. – Константин Иванов әҙәбиәттә ҙур уңыштарға өлгәшкән. Һәм уның даны бер сыуаш милли әҙәбиәте менән генә сикләнмәй. Уның әҫәрҙәре донъяның унлаған теленә тәржемә ителгән.
Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусыларға Николай Федоровтың хәбәр итеүенсә, яҙыусының тыуыуына 120 йыл тулыуҙы билдәләргә Башҡортостанға юлланасаҡ делегацияны ул үҙе етәкләргә ниәтләнә.
Кисен Сыуашстан Республикаһы башлығы илебеҙҙең башҡа төбәктәре етәкселәре менән бергә Конгресс-холда төбәктәрҙә IT үҫеше мәсьәләләренә арналған РФ Хөкүмәте комиссияһы ултырышында ҡатнашты. Николай Федоров коллегаларына Сыуашстанда был өлкәлә тупланған тәжрибә хаҡында һөйләне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика