09:47 (UTC+5), 10 Февраля 2010

Башҡортостан милицияһында хәҙер вертолет та бар

БР буйынса Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәте
8 февралдә Өфөлә Рәсәй эске эштәр министры армия генералы Рәшит Нурғәлиевтең эш сәфәре сиктәрендә уға Башҡортостан милицияһының яңы подразделениеһы - махсус тәғәйенләнештәге авиация отряды күрһәтелде. Таныштырыуҙы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев һәм БР буйынса эске эштәр министры, милиция генерал-майоры Игорь Алешин үткәрҙе.
Рәшит Ғүмәр улы авиаотрядтың личный составы менән иҫәнләште һәм Ка-226 вертолетын ҡарап сыҡты. Был вертолет әлегә отрядтың тәүге техника берәмеге. Комплектацияһына ярашлы, ул бик күп бурыстарҙы тормошҡа ашыра ала. Раил Сарбаев ҡунаҡҡа республикала ведомство, шулай уҡ коммерция ҡарамағындағы бәләкәй авиацияны үҫтереү перспективалары хаҡында һөйләне.
Авиация отряды хеҙмәткәрҙәре менән әңгәмәлә армия генералы Рәшит Нурғәлиев уларға хеҙмәттә, осошта уңыштар теләне, авиация машинаһы Эске эштәр министрлығының оператив-хеҙмәт эшмәкәрлегендә һөҙөмтәле файҙаланыласаҡ тигән ышаныс белдерҙе һәм милицияға ҙур ярҙам күрһәткән өсөн республика етәкселегенә рәхмәт әйтте.
Күмертау авиация етештереү предприятиеһының Ка-226 вертолеты БР Хөкүмәте башлығы бойороғона ярашлы 2009 йылда Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы ойошторолоуының 90 йыллығы айҡанлы министрлыҡ файҙаланыуына тапшырылған. Бортына “милиция” тип яҙылған “Камов” 30 ғинуарҙа Өфө аэропортында урын алды, ә иртәгәһенә һауаға күтәрелеп, Өфө районы биләмәһе өҫтөндә үҙен һынап ҡараны.
Отрядтың төп бурыстарына оператив-эҙләү саралары үткәреү, ойошҡан енәйәтсел төркөмдәрҙең эшмәкәрлеген асыҡлау һәм уларға кәртә ҡуйыу, алыҫ араларға һәм төпкөл урындарға эске эштәр органдары көстәрен һәм сараларын һауала ташыу, тәфтиш-оператив төркөмдәрҙе енәйәт ҡылынған йәки юл-транспорт ваҡиғаһы булған урынға килтереү инә. Уны шулай уҡ урланған транспортты эҙләүҙә ҡатнашыу, юл хәрәкәтенең ойошторолоуын күҙәтеү, күмәк һәм спорт сараларын үткәреү өсөн ҡулланырға мөмкин.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика