07:36 (UTC+5), 09 Февраля 2010

Владимир Путин Өфө трансформатор заводында булды

Эльвира Латыпова
Владимир Путин Өфө трансформатор заводында булды һәм тәүге производство линияһын сафҡа индереүҙә ҡатнашты. Ошо мәлдән алып предприятиела трансформаторҙар әҙерләү процесы башланды.
Был завод – Европала ошондай профилдәге иң ҙур предприятие. Ул “Электр заводы” холдингына ҡарай. Тәү сиратта яңы предприятиеның ҡала һәм республика күләмендәге етди социаль әһәмиәтен билдәләп үтергә кәрәк. Заводты сафҡа индереү Башҡортостан бюджетына һәм бюджеттан тыш дәүләт фондтарына һалым керемдәрен арттырасаҡ, ике меңдән ашыу кешене эш менән тәьмин итеп, кооперация сиктәрендә республиканың башҡа предприятиеларының етештереү ҡеүәтен күтәрергә мөмкинлек бирәсәк.
Яңы заводты эшкә ҡушыу көрсөккә ҡаршы сараларҙан производствоны артабан модернизациялауға күсеүҙе кәүҙәләндерәсәк. Яңы производство комплексының тикшеренеү базаһы төбәк фәнен файҙаланасаҡ. Бынан тыш, “Электр заводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыуҙы һәм уларҙың квалификацияһын күтәреүҙе тәьмин итәсәк. Заводта персоналды уҡытыу үҙәге йыһазландырылған. Унда эшселәр һөнәр нигеҙҙәрен үҙләштерәсәк, холдингтың Мәскәүҙәге һәм Запорожьелағы предприятиеларында белгестәр тәжрибәһен өйрәнеп, яҡшы практик күнекмәләр аласаҡ.
Көс биреү һәм бүлеү трансформаторҙары етештереү заводы Өфөлә 2006 йылда төҙөлә башлағайны. Проектҡа һалынған инвестициялар күләме биш миллиард һумдан ашып китте.
Яңы предприятиеның етештереү ҡеүәте – йылына 27 миллион киловольт амперҙан ашыу. Завод 220 киловатҡа тиклем көсөргәнешле һәм ҡеүәте 200 МВА тәшкил иткән көс биреү трансформаторҙары етештерәсәк. Заманса трансформатор производствоһын сафҡа индереү Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә тиңе булмаған энергия машиналары эшләү комплексын төҙөргә мөмкинлек бирә.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика