12:28 (UTC+5), 08 Февраля 2010

Волга буйы-Урал хәрби округына штаб начальнигы тәғәйенләнгән

Әлим Фәйезов
Волга буйы-Урал хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы, генерал-лейтенант Аркадий Бахин хәрби округ штабы һәм идаралығы генералдары менән офицерҙарына штабтың яңы начальнигы – Волга буйы-Урал хәрби округы командующийының беренсе урынбаҫары, генерал-майор Сергей Суровикин менән таныштырҙы.
Генерал-майор Суровикин Сергей Владимирович 1966 йылда Новосибирск ҡалаһында тыуған.
Омск юғары дөйөм ғәскәри команда училищеһын - алтын миҙалға, М.В.Фрунзе исемендәге Хәрби академияны һәм Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәре генераль штабының хәрби академияһын яҡшы һөҙөмтәләр менән тамамлаған.
Мотоуҡсылар взводы командирынан башлап Мәскәү хәрби округы дөйөм ғәскәрҙәре командующийына тиклем бар хәрби вазифаларҙы үткән. Хеҙмәт итеү ваҡытында әллә күпме гарнизон һәм округ алмаштырған – Волга буйы, Урал, Төньяҡ Кавказ, Тажиҡстан Республикаһы.
2009 йылдан алып – Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре Генераль штабының Баш оператив идаралығы начальнигы.
РФ Президентының 2010 йылдың 11 ғинуарындағы 45-се һанлы Указына ярашлы, генерал-майор Сергей Суровикин штаб начальнигы – Волга буйы-Урал хәрби округы ғәскәрҙәре командующийының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнгән.
Сергей Суровикин өс Батырлыҡ ордены, “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәт өсөн”, II дәрәжәләге “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәт өсөн” ордены миҙалы менән (ҡылыстар һүрәте төшөрөлгән), I дәрәжәләге “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәт өсөн” ордены миҙалы менән (ҡылыстар һүрәте төшөрөлгән), бихисап миҙалдар менән бүләкләнгән, тип хәбәр иттеләр Волга буйы-Урал хәрби округының мәғлүмәт менән тәьмин итеү төркөмөнән.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика