09:30 (UTC+5), 08 Февраля 2010

Мортаза Рәхимов Свердловск өлкәһе губернаторын ҡабул итте

БР Президентының матбуғат хеҙмәте
8 февралдә Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Өфөгә төбәктәр үҫеше мәсьәләләре буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышында ҡатнашыу өсөн килгән Свердловск өлкәһе губернаторы Александр Мишарин менән эш осрашыуы үткәрҙе.
Әңгәмә башында Мортаза Рәхимов Александр Мишаринды Свердловск өлкәһе етәксеһе вазифаһына тәғәйенләнеүе менән ҡотланы, уға яуаплы вазифаһында уңыштар теләне.
Осрашыу ваҡытында Мортаза Рәхимов менән Александр Мишарин социаль-иҡтисади, фәнни-техник һәм мәҙәни өлкәләрҙә төбәк-ара хеҙмәттәшлекте артабан киңәйтеүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
— Башҡортостан менән Свердловск өлкәһен географик урыны ғына түгел, Уралдың дөйөм тарихы ла бәйләй. Һәм беҙгә яйға һалынған күршеләрсә татыу мөнәсәбәттәрҙе артабан үҫтерергә кәрәк, — тип билдәләне Мортаза Рәхимов.
Александр Мишарин Башҡортостан Президентының тәҡдимен хупланы һәм, Свердловск өлкәһе өсөн республика һәр ваҡыт төп сауҙа-иҡтисади партнерҙарҙың береһе булды һәм шулай булып ҡала ла, тип билдәләне.
— Төбәктәребеҙ бер-береһенә күп аспекттар буйынса бәйле. Мәҫәлән, беҙҙең күп предприятиеларыбыҙ Башҡортостандан сеймал ала. Хәҙерге иҡтисади бәйләнештәр кимәле – ул әле сик түгел, тип иҫәпләйем, — тине Александр Мишарин.
Осрашыуҙа шулай уҡ Башҡортостан менән Свердловск өлкәһен тоташтырыусы автомобиль юлын реконструкциялау буйынса проектты тормошҡа ашырыу кәрәклеге тураһында ла һүҙ алып барылды.
***
Башҡортостан Республикаһы менән Свердловск өлкәһе араһындағы бәйләнештәрҙең мөһим йүнәлеше булып иҡтисади хеҙмәттәшлек тора. 2008 йылда Свердловск өлкәһе менән тауар әйләнеше 19 миллиард һумдан ашып китте, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһынан 15 миллиард һумдан ашыулыҡ тауар сығарылды, Башҡортостан Республикаһына 4 миллиард һумлыҡ индерелде.
Республиканан Свердловск өлкәһенә, башлыса, производство-техник тәғәйенләнештәге тауарҙар сығарыла. Өлкәнән Башҡортостанға ҡара металдар прокаты, ҡорос торбалар, радиаторҙар һәм йылытыу конвекторҙары, эшлекле ағас, еңел һәм йөк автомобилдәре өсөн шиндар, экскаваторҙар, косметик изделиелар һәм парфюмерия, кондитер һәм макарон изделиелары индерелә.
Шулай уҡ мәҙәниәт һәм мәғариф өлкәһендә лә тығыҙ бәйләнештәр урынлаштырылған. Свердловск өлкәһе биләмәһендә 37 меңдән ашыу башҡорт тупланып йәшәй, 5 милли-мәҙәни үҙәк, шул иҫәптән Свердловск өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты эшләй.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика