Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.89
+0.03
90.11
-2.03
64.69
-0.27
12+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
4 Февраль 2010, 11:47
Мортаза Рәхимов боҙҙа мотоуҙыш буйынса донъя чемпиондарын ҡотланы
Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов боҙҙа мотоциклда уҙыш буйынса утыҙ икенсе донъя команда чемпионатында алтын миҙал яулаған Ғ.Ҡадиров исемендәге Өфө спорт клубы тәрбиәләнеүселәре Николай Красников менән Дмитрий Буланкин исеменә ҡотлау телеграммаһы ебәрҙе.
Ҡотлауҙа шулай тиелә:
"Хөрмәтле Николай Олегович! Хөрмәтле Дмитрий Александрович!
Һеҙҙе боҙҙа мотоциклда уҙыш буйынса донъя команда чемпионатында Рәсәй йыйылма командаһының һоҡланғыс еңеүе менән ихлас ҡотлайым!
Спорттың популяр һәм ҡыйыу төрөндә был юғары ҡаҙанышҡа һеҙҙең оҫталыҡ, еңеүгә ихтыяр, фиҙакәрлек һәм ватансылығығыҙ арҡаһында өлгәшелде.
Халыҡ-ара аренала Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың спорт абруйын нығытыуға ошондай тос өлөш индергәнегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Мотоуҙышсыларыбыҙҙың данлы еңеү традициялары киләһе йылдарҙа ла дауам итер, тип ышанам.
Һеҙгә һаулыҡ, именлек һәм бәхет, спорттың юғары идеалдары хаҡына яңы еңеүҙәр теләйем!
Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Рәхимов".
Автор:
"Башинформ"
Теги:
президент почтаһынан
Читайте нас: