05:55 (UTC+5), 02 Февраля 2010

Яҡташыбыҙ Свердловск өлкәһенең баш суд приставы итеп тәғәйенләнде

Айҙар Хөсәйенов
Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Свердловск өлкәһе буйынса идаралығы етәксеһе һәм төбәктең баш суд приставы итеп Азат Салихов тәғәйенләнде.
Салихов Азат Рәфҡәт улы 1972 йылда Салауат ҡалаһында тыуған. Ике юғары белемгә эйә — Эске эштәр министрлығының Төмән юридик институтын һәм Мәскәү дәүләт сервис университетын тамамлаған.
1993 йылда эске эштәр органдарында хеҙмәт иткән. 1998 йылдан хеҙмәт эшмәкәрлеген Юстиция министрлығы системаһында дауам итә, Нефтеюганск ҡалаһы буйынса суд приставы-башҡарыусыһы булып башлай. 2005 йылдың ғинуарынан Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Мәскәү буйынса Баш идаралығының Үҙәк административ округы буйынса 1-се район-ара бүлеген етәкләй. 2006 йылдан Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Ырымбур өлкәһе буйынса идаралығына етәкселек итә.
1-се класлы юстиция советнигы.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика