05:47 (UTC+5), 01 Февраля 2010

Рәсәйҙең баш терапевы Александр Чучалин менән осрашыу

БР Президентының матбуғат хеҙмәте
29 ғинуарҙа Республика йортонда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Пульмонология ғилми-тикшеренеү институты директоры, Рәсәйҙең баш терапевы Александр Чучалин менән эш осрашыуы үткәрҙе. Өфөгә Александр Чучалин “Пульмонологияның көнүҙәк мәсьәләләре” тигән темаға ғилми-ғәмәли конференция эшендә ҡатнашыу өсөн килгән.
Осрашыуҙа һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереү һәм хәүефле йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү мәсьәләләре тикшерелде. Шулай уҡ Башҡортостан ғалимдарының А/Н1N1 киҙеүенә ҡаршы вакцина эшләү буйынса уңышлы тәжрибәһе хаҡында һүҙ барҙы.
Александр Чучалин Рәсәйҙә А/Н1N1 киҙеүенә ҡаршы үҙебеҙҙең дүрт вакцина теркәлеүен билдәләне. Препараттарҙы Санкт-Петербург, Мәскәү өлкәһе, Иркутск һәм Өфөнөң фармацевтика предприятиелары етештерә.
- Һеҙҙең республика ҡыҫҡа ваҡыт эсендә кәрәкле вакцина сығарып, Рәсәйҙең милли именлеген тәьмин итә алған дүрт төбәк иҫәбенә инде, - тине Александр Чучалин.
Республика һаулыҡ һаҡлау, мәғариф учреждениелары, коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһе, йәмәғәт транспорты хеҙмәткәрҙәрен һәм башҡаларҙы иммунизациялау өсөн пандемик киҙеүгә ҡаршы 592 мең вакцина алды. “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республикала вакцинанан сәләмәтлектең ҡаҡшау осраҡтары булмаған.
Осрашыуҙа республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Андрей Евсюков ҡатнашты.
1 из 6
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика