Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
83
+0.16
98.3
+0.41
67.34
-0.61
19+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
1 Февраль 2010, 14:11
Мортаза Рәхимов Патриарх Кирилды ҡотланы
Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Мәскәү һәм бөтә Русь Патриархы Кирилға телеграмма ебәрҙе. Телеграммала шулай тиелә:
"Башҡортостандың күп милләтле халҡы исеменән Һеҙҙе бөтә рәсәйлеләр өсөн мөһим ваҡиға – Патриарх тәхетенә күтәрелеүегеҙгә бер йыл тулыу уңайы менән ихлас ҡотлайым!
Был ябай булмаған йыл Һеҙҙең Рус Православие сиркәүен артабан туплау, йәмғиәтте әхлаҡи-рухи тергеҙеү, илдә һәм уның төбәктәрендә милләт-ара һәм конфессия-ара татыулыҡты нығытыу буйынса фиҙакәр эшмәкәрлегегеҙ менән билдәләнде.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет, тыуған Ватаныбыҙ хаҡына изге эштәрегеҙҙә яңы ҡаҙаныштар теләйем!
Ихтирам менән, Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Рәхимов".
Автор:
"Башинформ"
Теги:
президент почтаһынан
Читайте нас: