14:41 (UTC+5), 29 Января 2010

Раевка ауылында юл рәшәткәһе сығарыу цехы асылды

Евгений Рәхимҡолов, Николай Ермоленко
Әлшәй районының Раевка ауылында 148-се Юл-машина станцияһының рельс-шпал рәшәткәһе сығарыу цехы асылды. Был тантанала Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов, БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин, «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы – Куйбышев тимер юлы начальнигы Сергей Кобзев һәм Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе начальнигы Владимир Бучельников ҡатнашты.
Төҙөүселәр тимер юлсыларға яңы цехтан символик асҡыс тотторҙо, ә Мортаза Рәхимов менән Рауил Ибәтуллин ҡыҙыл таҫманы киҫеп, производство линияһын файҙаланыуға тапшырҙы.
Әлшәй районы хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Зәҡуан Әхмәтов цех асыуҙы район өсөн ҙур ваҡиға тип атаны. Ул республикала производство ғына түгел, шулай уҡ социаль объекттар: мәктәптәр, мәҙәниәт йорттары, дауаханалар төҙөүгә ҙур иғтибар бүлеүҙәре өсөн Башҡортостан Президентына рәхмәт белдерҙе.
«Был цехты сафҡа индереү менән беҙҙең бүлексәнең генә түгел, бөтә Куйбышев тимер юлының проблемалары хәл ителә; уның матди-техник базаһы нығый, — тине Мортаза Рәхимов. – Цех асылыу ғына түгел, хеҙмәткәрҙәр өсөн йорт та төҙөлөү бик яҡшы. Предприятие етәкселегенең торлаҡ төҙөүҙе дауам итергә вәғәҙә итеүе шатландыра».
Тантана барышында предприятиеның иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн бүләктәр – исемле сәғәттәр һәм грамоталар – тапшырылды.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика