14:50 (UTC+5), 25 Января 2010

Сергей Лаврентьев муниципаль берәмектәр сайттарын үҫтерергә саҡырҙы

Евгений Рәхимҡолов
БР Президенты ҡарамағындағы дәүләт советнигы Сергей Лаврентьев район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтарын Башҡортостандың муниципаль берәмектәре рәсми сайттарын үҫтереүгә күберәк иғтибар бүлергә саҡырҙы.
- БР Президенты хакимиәтенең Ижтимағи-сәйәси үҫеш һәм мәғлүмәт сәйәсәте идаралығы үткәргән тикшереү һөҙөмтәләренә ҡарағанда, Башҡортостандың 54 муниципаль районынан 19-ының үҙ сайттары юҡ, - тине Сергей Лаврентьев. – Үҙ сайттары булған райондарға килгәндә, уларҙың 18 процентында хатта иң кәрәкле мәғлүмәт – төп вазифауи кешеләрҙең фамилиялары һәм исемдәре, уларҙың контакт мәғлүмәттәре лә бирелмәгән.
Бындай хәлде, Сергей Лаврентьев фекеренсә, ҡәнәғәтләнерлек тип атап булмай. Етмәһә, беҙҙең төбәк властың асыҡлығын баһалау буйынса эксперимент сифатында һайланған һәм был күрһәткес буйынса Һамар өлкәһе менән сағыштырыласаҡ. Шуға күрә республиканың муниципаль хакимиәттәренә электрон ресурстарҙы тулы программа буйынса файҙаланырға кәрәк.
- Ҡала һәм район хакимиәттәренең рәсми сайттары менән бер рәттән, муниципаль берәмек Советының да үҙ интернет-ресурстары булырға тейеш, – тип иҫәпләй Сергей Лаврентьев. – Әлегә был йүнәлештә эш насар бара, һәм Өфө ҡала Советы менән Шаран район Советының ғына үҙ сайттары бар. Советтың үҙ сайты булмаған осраҡта, уның эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәтте ҡала һәм район хакимиәте сайтында булһа ла урынлаштырырға кәрәк. Әммә былар төрлө власть органдары булыу сәбәпле, мөмкин тиклем ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Советтар үҙ интернет-ресурстарын булдырырға тейеш.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика