17:10 (UTC+5), 22 Января 2010

Республика ҡала һәм район хакимиәт башлыҡтарының семинары тамамланды

Өфөлә үткән, урындағы үҙидара һөҙөмтәлелеген күтәреү мәсьәләләренә арналған биш көнлөк семинарҙа ҡатнашыусы Башҡортостан муниципаль райондары һәм ҡала округтары хакимиәт башлыҡтары үҙ квалификацияһын күтәреү курстары үтеүе тураһында танытмалар алды.
Уларҙы тапшырып, БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры Мансур Әйүпов, семинарҙа ҡатнашыусыларға йомғаҡлау тесты үткәреү уларҙың юғары белем кимәлен, профессионализмын күрһәтте, тип билдәләне.
Семинарға йомғаҡ яһап, БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев республика, уның муниципаль берәмектәре алдында торған төп бурыстарға баҫым яһаны.
Уларҙың береһе – Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығын байрам итеүҙе юғары кимәлдә үткәреү, ветерандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеүгә ҙур иғтибар бүлеү.
Беҙҙең алда ябай булмаған йыл – Республика йылы тора, - тип билдәләне Раил Сарбаев. – Был 20 йыл – ижад, Президентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың ал-ял белмәй, отпускыһыҙ эшләү йылдары. Беҙ тупланған иҡтисади потенциалды ғына түгел, шулай уҡ республикала һалынған һәм башлыса һеҙгә, урындағы власҡа бәйле булған социаль-психологик климатты ла һаҡларға тейешбеҙ.
Раил Сарбаев ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтарына һаулыҡ-таҙалыҡ, Башҡортостандың күп милләтле халҡы именлеге хаҡына эштәрендә уңыштар теләне.
1 из 14
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика