11:29 (UTC+5), 22 Января 2010

Башҡорт-ҡытай дуҫлығы йәмғиәте теркәлгән

Николай Ермоленко
Ошо көндәрҙә “Башҡорт-ҡытай дуҫлығы йәмғиәте” төбәк йәмәғәт ойошмаһы теркәлеү тураһында танытма алды. Уны ойоштороуҙа фән, мәҙәниәт, йәштәр һәм ветерандар йәмәғәтселеге вәкилдәре, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының йәмәғәт учреждениелары һәм ойошмалары ҡатнашҡан. Рәсәй һәм Ҡытай халҡы дуҫлығын, хеҙмәттәшлеген арттырыу, сәйәси, иҡтисади һәм мәҙәни кимәлдә башҡорт-ҡытай хеҙмәттәшлегенең яңы мөмкинлектәрен асыу, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы һәм Ҡытай халыҡ республикаһы гражданлыҡ ойошмалары араһындағы диалогҡа булышлыҡ итеү, сәйәсәт, иҡтисад, фән һәм мәҙәниәт өлкәһенең күренекле эшмәкәрҙәрендә Ҡытайға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу кеүек мәсьәләләр йәмғиәттең төп маҡсаты һанала.
Дуҫлыҡ мөнәсәбәттәрен үҫтереү һәм ике яҡҡа ла отошло хеҙмәттәшлек, партнерлыҡ әлеге мәлдә Рәсәйҙең тышҡы сәйәсәтенең стратегик йүнәлеше һәм илдәрҙең артабанғы үҫешенең төп шарты булып тора. Был йүнәлештә ике ҡеүәтле ил – Ҡытай менән Рәсәйҙең һәм, әлбиттә, Рәсәй Федерацияһы субъекты булған Башҡортостан менән Ҡытай Халыҡ Республикаһы төбәктәренең төбәк-ара мөнәсәбәттәре булдырылыуы ҙур роль уйнай.
Билдәләнгән маҡсаттарға өлгәшеү өсөн Йәмғиәт рәсәй-ҡытай мәсьәләләренә арналған төрлө саралар ойошторорға, төбәк, милли һәм халыҡ-ара кимәлдәге проекттарҙа ҡатнашырға, шул иҫәптән ижтимағи-сәйәси саралар һәм осрашыуҙар ойошторолғанда, киң мәҙәни хеҙмәттәшлеккә иғтибар бирергә һәм бәйләнеште артабан үҫтерергә, төрлө ойошмалар араһындағы тәжрибә уртаҡлашыуға юл һалырға ниәтләнә.
Белешмә
Хәҙерге ваҡытта Башҡортостан Республикаһы менән Хэйлунцзян, Ляонин провинциялары араһында төрлө өлкәлә хеҙмәттәшлек итеү тураһында һигеҙ килешеү төҙөлгән.
Иң күләмле тауар әйләнеше Башҡортостан менән Ҡытай араһында 2007 йылда күҙәтелгән. Ул 453,56 миллион АҠШ доллары менән иҫәпләнә. Экспорт күләме -385,32 млн. долл., импорттыҡы — 68,24 млн. долл.
Экспортланған продукция араһында органик химик берләшмәләр, шулай уҡ каучук, резина изделиелар айырым урын алып тора. Импорт структураһында иһә ҡорамалдар, көнкүреш техникаһы, электр машинаһы һәм ҡорамалдары күпселекте тәшкил итә.
2008 йылда Башҡортостан менән Ҡытайҙың тышҡы сауҙа бәйләнешендә әүҙем ҡатнашыусы экспортлаусы предприятиелар исемлегендә: «Стәрлетамаҡ нефтехимия заводы», «Өфө НЭЗ», «Салауатнефтеоргсинтез», «Синтез-Каучук»асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре, «Транстерминал» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм башҡалар. Предприятие-импортерҙар: «Көнсығыш арматура компанияһы» ЯСЙ, «Экспостек» ЯСЙ, «Серебряный город», «Химинторэкс», «Салаватстекло» һәм башҡалар.
Башҡортостан Республикаһында ҡытай компаниялары ҡатнашлығында ойошторолған 38 предприятие бар.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика