12:08 (UTC+5), 21 Января 2010

Үҙидара башбаштаҡлыҡҡа әйләнмәҫкә тейеш

Эльмира Сабирова
Ҡала һәм район хакимиәт башлыҡтары семинарында БР Прокуратураһының хоҡуҡи акттар законлылығын күҙәтеү бүлегенең өлкән прокуроры Руслан Исмәғилевтың сығышында прокуратура һәм урындағы үҙидара органдарының үҙ-ара мөнәсәбәттәре мәсьәләләре төп урынды биләне.
- Прокуратура органдары тарафынан республикабыҙҙа урындағы үҙидараны формалаштырыу проблемаларына ҙур иғтибар бирелә, - тине Руслан Исмәғилев. – Рәсәй Федерацияһында үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында федераль закон менән билдәләнгән күсеү осоро тамамланыуға бер йыл үтеп тә китте. Был өлкәлә байтаҡ эштәр башҡарылды.
Урындағы үҙидараның мөһим функцияларының береһе булып нормалар ижад итеү тора. Руслан Исмәғилев билдәләүенсә, урындағы үҙидара органдары юридик кадрҙарҙың профессиональ әҙерлегенә, уларҙың квалификацияһын күтәреүгә ҙур иғтибар бирергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта ул, прокуратура хеҙмәткәрҙәре даими нигеҙҙә Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы базаһында ҡайтанан әҙерлек үткән муниципаль хеҙмәткәрҙәр өсөн лекциялар уҡый, тип билдәләне.
- Норматив-хоҡуҡи акттар әҙерләү дәүләт власы, урындағы үҙидара органдарының, төп уҡыу һәм фән үҙәктәренең дөйөм бурысы булып торорға тейеш, сөнки муниципаль райондарҙа, ҡала округтарында ҡайһы берҙә төрлө өлкәләге кәрәкле хоҡуҡ акттарын үҙ аллы эшкәртеү өсөн ресурстар булмай, - тине Руслан Исмәғилев. – Федераль закондар йыш үҙгәреп тороуын иҫәпкә алып, урындағы үҙидара органдарына федераль закондар үҙгәреше мониторингы системаһын юлға һалырға кәрәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика