07:01 (UTC+5), 20 Января 2010

Шамил Вахитов: «Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы үҫтереү - өҫтөнлөклө йүнәлештәр иҫәбендә»

Ғәлиә Нәбиева
БР Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры, ауыл хужалығы министры Шамил Вахитовтың БР муниципаль райондары һәм ҡала округтары хакимиәт башлыҡтары семинарындағы сығышы агросәнәғәт комплексының төп йүнәлештәренә һәм үҫеш перспективаларына арналды. Ул семинарҙа ҡатнашыусыларҙы ҡыҫҡаса тармаҡтың былтырғы эш йомғаҡтары менән таныштырҙы, шулай уҡ ауыл хужалығы производствоһының һөҙөмтәлелеген күтәреүҙә һәм хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формаларын үҫтереүҙә муниципаль берәмектәрҙең ролен күтәрергә саҡырҙы.
Былтыр иҡтисади көрсөк шарттарында аграрийҙар продукцияның бөтә төп төрҙәрен етештереүҙе үҫтереүгә өлгәште һәм мал, ҡош-ҡорт иҫәбен арттырыуҙы тәьмин итте. Шул уҡ ваҡытта ете районда мал иҫәбе кәмене. Шуның менән бәйле, Шамил Вахитов һөт кенә түгел, ит йүнәлешендәге малсылыҡ менән дә әүҙем шөғөлләнергә саҡырҙы. Был эшмәкәрлек өсөн бигерәк тә республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарында бөтә кәрәкле шарттар бар. Етмәһә, был йүнәлеште үҫтереүгә дәүләт бюджетынан субсидиялар бүленә.
Республикала йылҡысылыҡты үҫтереү өсөн ҙур потенциал тупланған. Йылҡы итенән продукцияға хаҡтарҙың юғары булыуын иҫәпкә алғанда, малсылыҡтың был тармағы
Шамил Вахитов тоҡомло малсылыҡты үҫтереү мәсьәләләрен күтәрҙе һәм ауыл хужалығы предприятиеларында ғына түгел, шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа ла тулыһынса малдарҙы яһалма тороҡландырыуға күсергә саҡырҙы. Ошо арҡала малдарҙың генетик потенциалы, тимәк, уның продуктлылығы ла яҡшыра бит. Бөгөн ауыл хужалығы предприятиеларының – 80 һәм шәхси хужалыҡтарҙың 18 процентында малдарҙы яһалма тороҡландырыу үткәрәләр. Тоҡом сифаттарын яҡшыртыу өсөн тоҡом танытмаһы булған нәҫел үгеҙҙәрен дә файҙаланырға мөмкин.
Ауыл хужалығы министры агросәнәғәт тармағын модернизациялауға ҙур иғтибар бүлде. 2009 йылда был йүнәлештә бик күп эш башҡарылған. Атап әйткәндә, 2,3 миллиард һумдан ашыуға 2222 яңы заманса техника берәмеге һатып алынған. Быйыл техника паркын яңыртыу дауам иттереләсәк. Шул уҡ ваҡытта яҡшы ремонт базаһы булдырырға һәм булған техниканы, шул иҫәптән тағылма инвентарҙы ла үҙҙәренә ремонтларға кәрәк.
Шамил Вахитов мал аҙығы етештереү мәсьәләләренә туҡталды. Иҫкергән күп йыллыҡ үләндәрҙе һәм башаҡлы мал аҙығы культураларын ҡуҙаҡлы үлән ҡатнашмалары менән алмаштырыу зарурлығы билдәләнде. Ведомство башлығы корнаж кеүек туҡлыҡлы мал аҙығы төрөн етештереү өсөн вегетация осоро ҡыҫҡа булған кукурузды әүҙемерәк файҙаланырға саҡырҙы. Ул бөтә илдәрҙә лә үҙен бик яҡшы күрһәтте.
Семинарҙа ауыл хужалығы етештереүселәренең бюджет кредиттарын ваҡытында түләү проблемаһы ла күтәрелде.
Ауыл хужалығы министры 2009 йылда Башҡортостанда Ауылды үҫтереү программаһын тормошҡа ашырыуға ла йомғаҡ яһаны. Бөтә төп саралар, бигерәк тә йәш белгестәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса, үтәлгән.
Быйыл республикала өҫтөнлөклө йүнәлештәр иҫәбендә — шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы үҫтереү.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика