04:36 (UTC+5), 20 Января 2010

Сенатор Степан Киричук менән осрашыу

БР Президентының матбуғат хеҙмәте
19 ғинуарҙа Республика йортонда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Федерация Советының Урындағы үҙидара мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесе Степан Киричук менән эш осрашыуы үткәрҙе. Өфөгә ул район һәм ҡала хакимиәт башлыҡтары семинары эшендә ҡатнашыу өсөн килгән.
Осрашыуҙа урындағы үҙидара системаһын үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде, муниципалитеттарҙың финанс нигеҙҙәрен нығытыу буйынса саралар ҡаралды. Федераль, төбәк һәм муниципаль власть кимәлдәре араһында үҙ-ара бәйләнеште артабан камиллаштырыу зарурлығы билдәләнде.
Федерация Советының комитет рәйесе муниципаль райондар һәм ҡала округтары етәкселәре өсөн семинарҙар үткәреүҙең мөһимлеген билдәләне.
- Муниципаль берәмектәр башлыҡтары өсөн квалификацияны күтәреү йәһәтенән күләмле курстарҙы һәр төбәк тә үткәрә алмай, урындағы үҙидара системаһын үҫтереүгә илдең һәр субъектында ла ошондай ҙур иғтибар бирелмәй, - тине Степан Киричук.
Уның әйтеүенсә, Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Дәүләт Советының киләһе ултырышында сәйәси системаның, шул иҫәптән урындағы үҙидара системаһының торошо тураһындағы мәсьәләләрҙе ҡарарға планлаштыра. “Ә бында, Башҡортостанда, ошо мәсьәләләр бөгөн үк ҡарала”, - тине Степан Киричук.
Әңгәмә барышында Мортаза Рәхимов төрлө власть кимәлдәре араһында һалым һалыу системаһына һәм бюджет мөнәсәбәттәренә ҡағылышлы фекерҙәрен белдерҙе. Степан Киричук, бөгөнгө осрашыу барышында яңғыраған конструктив тәҡдимдәрҙең барыһы ла Федерация Советының Урындағы үҙидара мәсьәләләре буйынса комитеты тарафынан тулыһынса ҡараласаҡ, тип хәбәр итте.
Осрашыуҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев ҡатнашты.
1 из 4
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика