17:39 (UTC+5), 20 Января 2010

“Керәшен һыуыҡтары” фестивале асыла

“Башинформ”
Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов “Керәшен һыуыҡтары-2010” республика йәштәр эстрада йырҙары һәм бейеү фестивалендә ҡатнашыусыларға ҡотлау ебәрҙе. Унда шулай тиелә:
“Ҡәҙерле дуҫтар!
Хөрмәтле ҡунаҡтар!
Һеҙҙе Башҡортостандың мәҙәни тормошондағы мөһим ваҡиға – “Керәшен һыуыҡтары” республика йәштәр эстрада музыкаһы һәм бейеү фестивале асылыу менән ихлас ҡотлайым!
Ун алтынсы йыл рәттән был фестиваль республикала сираттағы конкурс миҙгелен аса. Ул Башҡортостандағы үҙешмәкәр һәм профессиональ художество мәҙәниәтен артабан үҫтереүгә мөһим этәргес бирә. Ошо сағыу форумдың республика ҡала һәм райондарынан ғына түгел, илдең башҡа төбәктәренән дә талантлы яңы музыканттар, башҡарыусылар һәм бейеүселәр исемдәрен асыуы ҡыуаныслы. Быйыл да фестиваль тамашасыларға байрам атмосфераһы бүләк итер, ә унда ҡатнашыусыларҙың ижады һәм таланты Башҡортостандың һәм бөтә бөйөк Рәсәйҙең күп милләтле халҡын рухи байытыуға киләсәктә лә ыңғай йоғонто яһар, тип ышанам.
Фестивалдә ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет, бөтмәҫ илһам һәм яңы ижади осоштар теләйем!
Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов”.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика