05:20 (UTC+5), 20 Января 2010

Ер-милек комплексы менән идара итеү мәсьәләләре ҡараласаҡ

Эльвира Латипова
Был аҙнала Өфөлә барған муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәт башлыҡтары семинарында ҡатнашыусылар тикшереүенә ер-милек комплексы менән идара итеү мәсьәләләре сығарыла.
Көндөң тәүге яртыһына сығыштар һәм түңәрәк өҫтәлдәр серияһы планлаштырылған, икенсеһенә – Өфө районы объекттарына экскурсия формаһында ғәмәли өлөш.
Уҡыуҙың өсөнсө көнөн БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Шамил Вахитовтың доклады аса. Уның темаһы – “Башҡортостан Республикаһы агросәнәғәт комплексының төп йүнәлештәре һәм үҫеш перспективалары. Ауыл хужалығы производствоһының һөҙөмтәлелеген күтәреүҙә һәм урындарҙа хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формаларын үҫтереүҙә муниципаль берәмектәрҙең роле һәм урыны”.
БР Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры Олег Клинский ер һәм милек мөнәсәбәттәрен реформалаштырыу йүнәлештәре, муниципаль милекселеккә хоҡуҡты теркәү, муниципаль милек составын оптималләштереү һәм уның менән идара итеүҙе камиллаштырыу тураһында һөйләйәсәк.
Һуңынан семинарҙа ҡатнашыусылар ер һәм милек мөнәсәбәттәрен көйләү өлкәһендә суд практикаһы тураһында лекция тыңлаясаҡ.
Билдәләнгән теманың айырым мәсьәләләре түңәрәк өҫтәлдәргә сығарыласаҡ.
Көндөң икенсе яртыһында семинарҙа ҡатнашыусылар аҙ ҡатлы төҙөлөш тәжрибәһе менән танышыу өсөн Өфө районының Шамонин ауылына юл тотасаҡ. Һуңынан уларҙы Рәсәйҙәге иң яҡшы күп тармаҡлы ауыл хужалығы предприятиеларының береһе – “Алексеевка” совхозы” дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы буйлап экскурсия көтә.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика