04:26 (UTC+5), 14 Января 2010

Парламентарийҙар "ер" һәм "социаль" закондарға үҙгәрештәр тәҡдим итә

Николай Ермоленко
Өфөлә парламент комитеттарының ултырыштары башланды. Кисә Дәүләт Йыйылышы бинаһында Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу буйынса комитет, Социаль сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса комитет ағзалары йыйылды. Яҙға закон проекттары буйынса эштең өлгө программаһында тәүге комитеттың - ете, икенсеһенең алты закон проекты бар.
Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу буйынса комитет дүрт закон проектын ҡараны, шуларҙың береһе – “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында” БР Законының 9-сы статьяһына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғыһы беренсе уҡыуҙа тикшерелә.
Социаль сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса комитет беренсе уҡыуҙа өс закон проектын ҡараны. “Башҡортостан Республикаһында инвалидтарға социаль ярҙам тураһында” БР Законына индерергә тәҡдим ителгән үҙгәрештәр иғтибарҙы йәлеп итә. Улар инвалидтарға һәм инвалид балалары булған ғаиләләргә социаль ярҙам саралары күрһәтеү төрҙәрен билдәләү, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы ҡануниәтенә ярашлы торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү тураһындағы положениеларҙы аныҡлауға йүнәлтелә.
Депутаттар комитеттар ултырыштарында ҡаралған бөтә закон проекттарын хупланы һәм Дәүләт Йыйылышы Президиумы тарафынан ғинуарҙағы ултырыштың көн тәртибенә индереүгә тәҡдим итте.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика