10:25 (UTC+5), 14 Января 2010

Киҫәк-Ҡайын ауылында социаль-мәҙәни үҙәк төҙөлә

Ғәлиә Нәбиева, Юлай Мәғсүмов
Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимовтың республиканың төньяҡ райондарына эш сәфәре дауам итә. Тәтешле районының Үрге Тәтешле ауылында яңы мәктәп асылғандан һуң төбәк башлығы тағы бер социаль объект төҙөлөшөн ҡараны.
Күрше Яңауыл районының Киҫәк-Ҡайын ауылында социаль-мәҙәни үҙәк төҙөлөшө әүҙем алып барыла. Ауыл клубы, спортзал, мәктәп һәм балалар баҡсаһы бер ҡыйыҡ аҫтында урынлашасаҡ. Генераль подряд ойошмаһы етәксеһе – “Башнефтепромстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең 7-се һанлы төҙөлөш идаралығы етәксеһе Илдус Исмәғилев әйтеүенсә, төҙөлөш эштәренең 80 проценты үтәлгән дә инде. Әлеге ваҡытта биҙәү эштәре, сантехник һәм электр ҡорамалдарын монтажлау алып барыла. Объект ваҡытлыса электр менән йылытыу схемаһына тоташтырылған.
Республика Президенты энергетик ресурстарға һаҡсыл ҡараш кәрәклеген билдәләне. “Электр утын сарыфламай, газ менән йылытыуға күсеү мөһим,” – тине Мортаза Рәхимов. Төҙөүселәр киләсәктә социаль-мәҙәни үҙәкте йылытасаҡ газ ҡаҙанлығын тиҙ арала төҙөргә һүҙ бирҙе, уны асыу тантанаһы 2010 йылдың беренсе ярты йыллығына билдәләнгән.
Яңауыл районы буйлап эш сәфәрендә Башҡортостан Президентын Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин оҙатып йөрөй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика