09:53 (UTC+5), 13 Января 2010

“Янғантау” шифаханаһы дәүләт премияһына лайыҡ

БР Президентының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов исеменә Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты, Рәсәй Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Екатерина Лахованан хат килде. Яңы йыл байрамдарында Башҡортостанда булып киткән Екатерина Лахова үҙенең хатында республикала күп йылдар дауамында шифахана-курорт системаһына ярҙам күрһәтеү һәм үҫтереү өлкәһендә һөҙөмтәле социаль сәйәсәт алып барылыуын билдәләй.
“Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы!
Ил етәкселеге тарафынан Рәсәйҙең шифахана-курорт учреждениеларын тергеҙеү һәм үҫтереү бурысы ҡуйылды. “Янғантау” шифаханаһы уны уңышлы хәл итеүгә миҫал булып тора. Бындай яҡшы шифахана-курорт предприятиеһы Рәсәйҙә генә түгел, Европала ла юҡтыр, тип уйлайым. Унда бөтә йәштәге ял итеүселәргә дауалау, диагностика, спорт менән шөғөлләнеү өсөн бөтә тейешле шарттар булдырылған, ә иң мөһиме – бында профессиональ, иғтибарлы персонал. “Янғантау” тәбиғәт ресурстарына (үҙенсәлекле термаль быу һәм ҡоро газ, “Ҡорғаҙаҡ” минераль һыуы) бай. Ләкин Рәсәйҙә тәбиғәт ресурстары булған шифаханалар күп. Әммә ни өсөндөр Тыуған илебеҙҙең һәр төбәгенән (Сахалиндан алып Калининградҡа тиклем) “Янғантау”ға киләләр? Шифаханала булғанда ошо һорауға яуап таптым.
Туҡланыу өйҙәге кеүек: йәнең ни теләй - шуны һайла. Ә термаль ванна алыу өсөн кешеләр бер тапҡыр ғына килмәй, шуның менән бергә фитотерапия, гирудотерапия әүҙем индерелә, бальнеодауалау киң файҙаланыла. Мәскәү ғалимдары тергеҙеү дауалауының барлыҡ яңы технологияларын нәҡ ошо шифаханала индерә. “Янғантау” Рәсәйҙең бөтә шифаханалары өсөн тәжрибә мәктәбе булып тора.
Мортаза Ғөбәйҙулла улы, быларҙың барыһына ла фәҡәт Һеҙҙең ярҙам һәм профессиональ команда тырышлығы менән генә ирешергә мөмкин”, - тиелә Е.Ф. Лахованың хатында.
Дәүләт Думаһының Хеҙмәт һәм социаль сәйәсәт комитеты рәйесе урынбаҫары Екатерина Лахова: “Көрсөк шарттарында шифахана – табышлы предприятие һәм республика бюджетына килем килтерә, сөнки уның нигеҙенә иҡтисади база дөрөҫ һалынған, ғилми ҡаҙаныштар даими индерелә һәм шифахананың эше көйлө бара”, - тип иҫәпләй. Уның фекеренсә, “Янғантау” юғары технологияларға эйә булған социаль әһәмиәтле предприятие булараҡ, Башҡортостан Республикаһынан Рәсәй Федерацияһының дәүләт премияһына тәҡдим итеүгә лайыҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика