09:38 (UTC+5), 13 Января 2010

Бөрөнөң 350 йыллығына ҡалала физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөләсәк

Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Бөрөлә физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөшө менән танышты. Төбәк башлығы буласаҡ спорт ҡоролмаһының проект документтарын ҡараны. Яҡын киләсәктә ҡалала ике ҡатлы заманса комплекс ҡалҡып сығасаҡ. Беренсе ҡатында бассейн менән спорт уйындары өсөн спортзалдың булыуы күҙаллана. Фитнес һөйөүселәр икенсе ҡаттағы махсус бүлмәлә буй-һынын тәртипкә килтерә ала. Шунда уҡ тренажерҙар һәм массаж залы ла ҡаралған.
- Беҙ был объектты 2010 йылдың сентябрендә тапшырырға иҫәп тотабыҙ, - тине эш сәфәрендә республика башлығын оҙатып йөрөүсе Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин. Ул спорт комплексы төҙөлөшөндә яңы конструкциялар ҡулланылыуы тураһында һөйләне, бюджет финанслауының планлаштырылыуы арҡаһында төҙөлөш тиҙлеге артыуын билдәләне.
- Бөрөлә бындай заманса комплекс күптән кәрәк ине, - ти Бөрө районы хакимиәте башлығы Николай Хорошилов. Бөрө халҡының күпселеге йәштәр һәм спорт һөйөүселәр. Уҙған йылда ғына Бөрөлә төрлө спорт төрө буйынса 25 мастерлыҡҡа кандидат әҙерләнгән. Физкультура-һауыҡтырыу комплексы эшләй башлағас, кешеләргә спорт менән профессиональ кимәлдә шөғөлләнеүгә мөмкинлектәр асыласаҡ.
2013 йылда Бөрө 350 йыллығын билдәләй. Спорт комплексы төҙөлөшөн “юбилейлы” объекттар иҫәбенә индерергә ҡарар ителде.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика