04:10 (UTC+5), 12 Января 2010

Рафаил Гәрәев вафат булды

БР Президентының матбуғат хеҙмәте
2010 йылдың 11 ғинуарында 21-се төҙөлөш тресы 95-се механизацияланған күсмә колоннаһының элекке ташсылар бригадиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы Рафаил Закир улы Гәрәев оҙаҡ ауырығандан һуң 80-се йәшендә вафат булды.
Рафаил Гәрәев 1930 йылдың 15 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Мишкә районында тыуған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген колхозда башлай. ФЗО мәктәбен тамамлағандан һуң 1949 йылдан башлап 21-се треста ташсы булып эшләй.
1960 йылдан 95-се ПМК-ла ташсылар бригадиры була. Уның әүҙем ҡатнашлығында бик күп торлаҡ йорттар, “Өфөнефтехим”, “Өфөоргсинтез” асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре, 3-сө, 4-се ТЭЦ кеүек йылылыҡ энергетикаһы һәм нефть химияһының мөһим объекттары файҙаланыуға тапшырыла. Благовещен ҡалаһында арматура һәм ҡаҙау заводтары, шулай уҡ “Башбиохимкомбинат” төҙөлә. Р.З. Гәрәев етәкселегендәге бригада Турбаҫлы ҡошсолоҡ фабрикаһын, Илеш, Благовещен, Өфө, Асҡын райондарында социаль-мәҙәни һәм ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге бик күп объекттарҙы күтәрә.
Төҙөлөш тармағында эшләү дәүерендә Рафаил Закир улы үҙен юғары профессиональ белгес, производствоны оҫта ойоштороусы, йәш эшселәрҙең остазы булараҡ күрһәтә.
Күп йыллыҡ хеҙмәт ҡаҙаныштары һәм республиканың әһәмиәтле объекттарын төҙөүгә шәхсән ҙур өлөш индергәне өсөн ул Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, “Почет Билдәһе” ордендары, миҙалдар менән бүләкләнә. 1971 йылда уға юғары исем - Социалистик Хеҙмәт Геройы, 1967 йылда “БАССР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе” исеме бирелә. Өфө ҡалаһының Хеҙмәт даны китабына индерелгән.
Ул принципиаллеге, изге күңеллелеге, ябайлығы һәм кешеләргә ҡарата иғтибарлы булыуы менән айырылып торҙо.
Һәләтле белгес, етәксе, изге, һоҡланғыс кеше Гәрәев Рафаил Закир улы хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.
Некрологка М.Ғ. Рәхимов, К.Б. Толкачев, Р.С. Сарбаев, Н.А. Курапов, С.Н. Лаврентьев, Р.Р. Ибәтуллин, Ф.Ә. Ямалетдинов, П.Р. Качкаев, М.М. Бикбулатов, В.М. Андреев, Р.Н. Сәүбәнов, М.С. Муллағәлләмов ҡул ҡуйған.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика