13:30 (UTC+5), 12 Января 2010

Рәсәй матбуғаты көнө менән!

Башинформ
Ҡәҙерле дуҫтар!
Журналистарҙы, полиграфистарҙы, нәшриәтселәрҙе, гәзит һәм журналдар редакциялары хеҙмәткәрҙәрен, журналистика ветерандарын һәм башлап ҡәләм тибрәтеүселәрҙе һөнәри байрамдары – Рәсәй Матбуғаты көнө менән ихлас ҡотлайым!
Бөгөн беҙҙең матбуғат, халыҡтың йәмғиәт тормошо, донъяла, илдә һәм республикалағы ваҡиғалар тураһында дөрөҫ мәғлүмәткә хоҡуғын тәьмин итеп, үҙенә йөкмәтелгән бурыстарҙы уңышлы үтәй. Беҙҙә ете телдә нәшер ителгән 1000-дән ашыу ваҡытлы баҫмалар теркәлгән. Уларҙың күбеһенә дәүләт ярҙам итә, сөнки улар Башҡортостандың үҫешендә, милли рухи-мәҙәни традицияларҙы һәм әхлаҡи ҡиммәттәрҙе тергеҙеүҙә мөһим роль уйнай. Республиканың полиграфия тармағы ла йылдан-йыл үҫешә. Төп мәғлүмәт сараларының күбеһе, төҫлө баҫмаға күсеп, күп төҫлө һәм сағыуға әйләнде, тимәк, хәҙерге заман медия майҙанында конкуренцияға һәләтлелеге күтәрелде, тигән һүҙ.
Элек-электән матбуғат һүҙенә ҡараш айырылып торҙо. Уға ышаналар, авторҙар фекеренә ҡолаҡ һалалар, ә журналистарҙың хеҙмәтен ихтирам итәләр. Матбуғат һәр ваҡыт йәмғиәт кәйефенә йоғонто яһауҙың нескә механизмы, уның рухи һәм интеллектуаль сәләмәтлегенең үҙенсәлекле камертоны булып торҙо һәм булып ҡала.
Тармаҡтың хөрмәтле хеҙмәткәрҙәре, һеҙ киләсәктә лә үҙ һөнәри бурысығыҙға, ватан журналистикаһының юғары традицияларына тоғро булырһығыҙ, тип ышанам.
Һеҙгә һаулыҡ һәм бәхет, яңы ҡыҙыҡлы фекерҙәр һәм сағыу уңыштар теләйем!
Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика