16:53 (UTC+5), 11 Января 2010

Яҙғы сессияла Дума 550 самаһы закон проектын ҡараясаҡ

Марина Шумилова
Дәүләт Думаһының бөгөн асылған яҙғы сессияһы сиктәрендә депутаттар 550-нән ашыу закон проектын ҡараясаҡ, тип хәбәр итте Дәүләт Думаһы Рәйесе Борис Грызлов.
Сессия башына Думаның закон проекттары эше портфелендә 550-нән ашыу закон проекты тупланған, шуларҙың 50-һен комитеттар өҫтөнлөклө тип билдәләне, тине спикер. Президенттың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе положениеларын тормошҡа ашырыу буйынса эш дауам иттереләсәк, өҫтөнлөктәр иҫәбендә – беренсе уҡыуҙа ҡабул ителгән «Дәүләт (муниципаль) хеҙмәтләндереүҙәре күрһәтеүҙе һәм дәүләт (муниципаль) функцияларын башҡарыуҙы ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында» закон да.
Закон проекттары эшенең ҙур блогы электр энергетикаһы тураһында закондарҙы камиллаштырыуға арналасаҡ. Бында Саян-Шушенск ГЭС-ында ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуыу менән бәйле шарттарҙы парламент тикшереүе һөҙөмтәләре иҫәпкә алынасаҡ.
2010 йылға беҙҙең һәр ҡайһыбыҙ өсөн мөһим дата – Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығы тура килә. Эштең бөтә йүнәлештәре араһында парламентарийҙар Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына ярҙам тураһында ҡарарҙарҙың, шул иҫәптән ветерандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү тураһындағы закондарҙың нисек үтәлеүен контролгә алыуға айырыуса ҙур иғтибар бүләсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика