Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.41
-1.14
93.17
-1.2
81.31
-1.06
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
11 Ғинуар 2010, 13:51

Әхмәт-Зәки Вәлидиҙең юбилейына арналған түңәрәк өҫтәл үтте

8 ғинуарҙа “Башинформ” агентлығында күренекле ғалим, сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡорт Совет автономомиялы республикаһын ойоштороусы һәм уның беренсе етәксеһе, Рәсәй федерализмына нигеҙ һалыусыларҙың береһе Әхмәт-Зәки Вәлидиҙең тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған түңәрәк өҫтәл һәм матбуғат конференцияһы үткәрелде. Был бөйөк шәхестең башҡорт һәм бөтә башҡа төрки халыҡтар тарихындағы әһәмиәтен тикшереүгә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто, БР Яҙыусылар союзы, йәмәғәт, сәйәси һәм йәштәр берләшмәләре вәкилдәре, билдәле ғалимдар һәм журналистар йыйылды. Йыйылыусылар тарафынан Әхмәт-Зәки Вәлидиҙең ватан тарихындағы, фәнде, беренсе сиратта, шәрҡиәт һәм тюркологияны үҫтереүҙәге роле тағы бер тапҡыр һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
Түңәрәк өҫтәлдә һуңғы ваҡытта билдәле бер даирәләр яғынан Әхмәт-Зәки Вәлидиҙең изге исеменә ҡара яғырға маташыуҙарҙың йышайыуы хаҡында ла һүҙ ҡуҙғатылды.
- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай ғәйепләүҙәрҙең ҡайһы бер дәүләт власы вәкилдәре ауыҙынан ишетелеүе айырыуса аяныс, - тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Азамат Ғәлин. – Мәҫәлән, “Берҙәм Рәсәй” партияһынан Дәүләт Думаһы депутаты Андрей Назаров бөтөнләй нигеҙһеҙ Әхмәт-Зәки Вәлидиҙе Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында поляк разведкаһы менән бәйләнештә һәм фашистик Германия менән хеҙмәттәшлектә ғәйепләй. Был ғәйбәт мәғлүмәтте Андрей Назаров федераль киң мәғмәт сараларында тарата. Андрей Назаровтың был ҡылығын депутатҡа лайыҡ булмаған сифат һәм йәмғиәттә хәлде тотороҡһоҙландырыуға йүнәлтелгән сара тип баһалайбыҙ. Бындай ғәйбәткә баҙнатсылыҡ иткән кеше яуаплылыҡҡа тарттырылырға тейеш, тип иҫәпләйбеҙ, - тине Азамат Ғәлин. Ул, “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы Рәйесенә, Назаров ғәфү үтенһен, тигән мөрәжәғәт әҙерләнде, тип хәбәр итте.
БР Фәндәр академияһы вице-президенты, тарих фәндәре докторы, профессор Нияз Мәжитов фекеренсә, Әхмәт-Зәки Вәлидиҙең һуғыш йылдарында фашистар менән хеҙмәттәшлеге тураһында белдереүҙәр бөтөнләй мәғәнәһеҙлек.
— Сөнки был мәсьәлә 1990 йылда уҡ күтәрелгәйне инде, — тип аңлатты Нияз Мәжитов. – Ул саҡта СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Дәүләт именлеге комитеты тарафынан ентекле тикшереүҙәр үткәрелде, шул нигеҙҙә Әхмәт-Зәки Вәлидиҙең нацистар менән бер ниндәй бәйләнешкә инмәүе, ә уны бында ғәйепләргә маташыуҙар тик ғәйбәт кенә булыуы хаҡында яҙма һығымта яһалғайны. Быны раҫлаусы документтар әле лә Федераль именлек Советы архивтарында һаҡланалыр, моғайын.
- Ысынында иһә был мәсьәлә тарихсылар өсөн күптән инде актуаль түгел, – тине Башҡорт дәүләт университетының тарих факультеты деканы профессор Марат Ҡолшәрипов.
Әхмәт-Зәки Вәлиди үҙенән һуңғы быуындарға мираҫҡа бик күп ысын мәғәнәһендә баһалап бөткөһөҙ хеҙмәттәр ҡалдырған. Шуға күрә лә уны Башҡортостандан ситтә лә – Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә, шулай уҡ Үҙәк Азия, Төркиә илдәрендә – бөтә төрки донъяһында хәтерләйҙәр һәм хөрмәт итәләр.
Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусы БР Президенты Хакимиәтенең ижтимағи-сәйәси үҫеш бүлеге мөдире, философия фәндәре кандидаты Әмир Юлдашбаев, БР Фәндәр академияһы академигы Фәнил Фәйзуллин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Вәлиәхмәт Бәҙретдинов, Башҡортостан урыҫтары Соборы Башҡарма комитеты рәйесе Владимир Самородов, "Аҡ Бата" Ҡаҙаҡ милли мәҙәниәте үҙәге президенты Мәрғүбә Шумова һәм башҡалар Әхмәт-Зәки Вәлиди адресына ҡарата бөтә ғәйбәттәрҙе тәнҡитләп сығыш яһаны.
Матбуғат конференцияһы эшендә шулай уҡ йәштәр йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре лә әүҙем ҡатнашты.
Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Фирҙәүес Хисаметдинованың фекеренсә, Әхмәт-Зәки Вәлидиҙең 120 йыллығы айҡанлы халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция ойошторорға кәрәк, һәм ул бөтә ошондай аңлашылмаусанлыҡтарға нөктә ҡуйырға тейеш. Был ғилми форум бөтә донъянан төп ғалим-тюркологтарҙы йыйырға тейеш. Профессор Хисаметдинова быйыл, ғилми форумдан тыш, күренекле яҡташыбыҙҙың юбилейына арналған башҡа бик күп ижтимағи-сәйәси саралар үтәсәк, тип билдәләне. Ә “Башинформ” агентлығында үткәрелгән был түңәрәк өҫтәлде ул Әхмәт-Зәки Вәлиди шәхесенең тарихи әһәмиәте тураһында ҙур һөйләшеүҙең башы тип иҫәпләргә тәҡдим итте.
Автор:"Башинформ"
Читайте нас: