Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
83.11
+0.29
4+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
31 Декабрь 2009, 10:00

Яңы йыл менән, ҡәҙерле дуҫтар!

Ҡәҙерле ватандаштар!
Һеҙҙе Яңы 2010 йыл менән ихлас ҡотлайым!
Үтеп барған йыл һуңғы тиҫтә йыл эсендә иң ҡатмарлыһы булды, иҡтисадыбыҙ һәм социаль өлкәнең ныҡлығын етди тикшереүгә, Башҡортостандың барлыҡ халҡы өсөн етди һынауға әүерелде. Әммә, ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, уны хаҡлы рәүештә ижади хеҙмәт йылы тип атарға мөмкин.
Көрсөккә ҡаршы күрелгән саралар, иҡтисадты диверсификациялау һәм яңыртыу буйынса ваҡытында үткәрелгән структур үҙгәртеп ҡороуҙар донъя финанс-иҡтисади көрсөгөнөң кире йоғонтоһон ниндәйҙер дәрәжәлә йомшартыу мөмкинлеген бирҙе. Башҡортостан Рәсәйҙең көрсөккә ҡаршы программалар уңышлы тормошҡа ашырылған төбәктәре иҫәбенә инә.
Иҡтисадтың ҡайһы бер айырыуса мөһим күрһәткестәре буйынса республика ил һәм Волга буйы федераль округындағы уртаса күрһәткестәр менән сағыштырғанда яҡшы үҫеш тиҙлеге күрһәтә. Беҙ нефтте тәүге эшкәртеү, автомобиль бензиндары, дизель яғыулығы, кальцийлы сода, бутил һәм изобутил спирттар, каустик сода, полиэтилен, синтетик ыҫмалалар һәм пластик массалар етештереү буйынса элеккесә алдынғы урындарҙы биләйбеҙ. Башҡортостан – ауыл хужалығы продукцияларын иң күп етештереүселәрҙең береһе.
Республика илдә инвестицион күркәмлеге юғары кимәлдә булған төбәктәрҙең тәүге тиҫтәһенә инә, инвестиция һалыуҙың иң түбән иҡтисади хәүефенә эйә. Бында 76 эре инвестиция проекты өҫтөндә эш алып барыла. Уларҙы тормошҡа ашырыу 600 миллиард һум самаһы инвестиция йәлеп итәсәк. Ә был – 55 мең яңы эш урыны!
Сәнәғәт етештереүе модернизациялана. “Сода”, “Каустик”, “Өфөнефтехим”, “Өфө моторҙар эшләү берекмәһе”, “КүмАПП”, “ОЗНА”, “Белорет металлургия комбинаты”, “Туймазыбыяла”, “Туймазы бетон ташыу автомашиналары заводы”, “НефАЗ” акционерҙар йәмғиәттәрендә өҫтәмә хаҡы юғары булған продукция сығарыуҙы арттырыуға йүнәлтелгән мөһим проекттар тормошҡа ашырыла. Республиканың агросәнәғәт комплексында етештереү ҡеүәттәре арта, райондарҙа яңы ҡошсолоҡ комплекстары, ит эшкәртеү цехтары, һөтсөлөк фермалары сафҡа индерелә.
Халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыу буйынса күп яҡлы эш дауам итте. Меңдәрсә ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртты. Беҙ торлаҡ төҙөлөшө күләмдәрен арттыра алдыҡ. Аҙ ҡатлы йорттар төҙөү әүҙем үҫеш алды. Яңы мәктәптәр, балалар баҡсалары, поликлиникалар һәм дауаханалар, спорт һәм мәҙәни учреждениелар төҙөлдө. Тиҫтәләрсә километр автомобиль юлдары, газ үткәргес һәм һыу үткәргес селтәрҙәре һалынды.
Донъя көрсөгөнә ҡарамаҫтан, республикала халыҡтың уртаса эш хаҡы һәм аҡсалата килемдәре артты. Ветерандарға, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә, күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, етем балаларға һәм йәштәргә булышлыҡ итеү буйынса өҫтәмә саралар күрелде. Быйылдан башлап биш һәм унан күберәк балиғ булмаған балалы ғаиләләргә торлаҡ сертификаттары бирелә башланы. Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылы программаһы уңышлы үтәлде. Ошо ҙур эштең һөҙөмтәһе булараҡ демографик хәл яҡшырҙы. Һуңғы ун алты йылда тәүге тапҡыр тыуым кимәле үлем кимәленән юғарыраҡ булды.
Быларҙың барыһы ла - Башҡортостан халҡының иртәгәһе көнгә ышаныс менән ҡарауына, балаларҙың киләсәге өсөн тыныс булыуына дәлил ул. Ошо һығымта Башҡортостан Республикаһының кеше потенциалы тураһында БМО белгестәре менән берлектә әҙерләнгән илдәге тәүге төбәк доклады менән дә раҫлана.
Беҙ уҙып барған йылда, төп фән, мәғариф һәм мәҙәниәт үҙәктәренең береһе булараҡ бик күп халыҡ-ара, Рәсәй һәм республика форумдары, конкурстары, ғилми конференцияларының республикала үткәрелеүе менән ғорурланабыҙ. Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһының сираттағы съезы мөһим ваҡиға булды. Ҙур спорт ярыштарында спортсыларыбыҙҙың уңышлы сығыштары дауам итте. Тайбейҙағы Сурдолимпия уйындарында республикабыҙҙы данға күмгән атлеттарыбыҙға айырым рәхмәт.
Бөгөн төп бурысыбыҙ - көрсөктән лайыҡлы сығыуҙы тәьмин итеү, халыҡтың именлеген нығытыу, ныҡышмалы рәүештә артабанғы тотороҡло социаль-иҡтисади үҫеш өсөн нигеҙҙәрҙе булдырыу.
Яңы өмөттәрҙе һәм мөһим пландарҙы беҙ Яңы йыл менән бәйләйбеҙ. Ул, һис шикһеҙ, шатлыҡ-ҡыуаныстар ҙа, ҡыйынлыҡтар ҙа килтерер. Әммә алда – ғәйәт ҙур эшмәкәрлек яланы, һоҡланғыс һәм, иң мөһиме, етди перспективалар.
Һеҙҙең барығыҙға ла, ғаиләләрегеҙгә, туғандарығыҙға һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ һәм оло бәхет, рух күтәренкелеге, Башҡортостан һәм бөтә Рәсәй хаҡына уңышлы эшләүегеҙҙе теләйем!
Бөтә хыялдарығыҙ һәм теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын, һәр йортта тыныслыҡ, йәм һәм муллыҡ булһын!
Яңы йыл менән, ҡәҙерле ватандаштар!
Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов.
Автор:“Башинформ”
Читайте нас: