09:05 (UTC+5), 29 Декабрь 2009

Тәлғәт Тажетдин Почет ордены менән бүләкләнде

Евгений Рәхимҡолов
Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Кремлдең Екатерина залында илдең юғары мөфтөйө Тәлғәт Тажетдинды Почет ордены менән наградланы.
Шулай уҡ ил башлығы тағы ла 40-ҡа яҡын күренекле ватандашыбыҙға дәүләт наградалары тапшырҙы. Наградланыусылар араһында Свердловск өлкәһенең экс-губернаторы Эдуард Россель, артистар Михаил Боярский һәм Роман Виктюк, «Эрмитаж» директоры Михаил Пиотровский, Рәсәй православие сиркәүенең Калуга епархияһы идарасыһы митрополит Климент, “Нева экспресы” аварияһы ваҡытында юғары профессионализм һәм ҡыйыулыҡ күрһәткән машинист Александр Антонов, Маяковский исемендәге Мәскәү академия театрының художество етәксеһе Сергей Арцибашев, ТВЦ-ла «Постскриптум» программаһы етәксеһе Алексей Пушков һәм башҡа билдәле фән, мәҙәниәт, сәнғәт һәм бизнес вәкилдәре.
Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары Ватаныбыҙҙы һаҡлауҙа, дәүләт ҡоролошонда, иҡтисадта, фәндә, мәҙәниәттә, тәрбиәлә, мәғарифта, граждандарҙың һаулығын, ғүмерен һәм хоҡуҡтарын һаҡлауҙа, хәйриә эшмәкәрлегендәге юғары ҡаҙаныштары өсөн граждандарҙы дәртләндереүҙең юғары формаһы булып тора. Дәүләт наградалары менән бүләкләү тураһында Указдарҙы РФ Президенты үҙе сығара.
Почет ордены алған Тәлғәт Тажетдин илебеҙҙә тыныслыҡты, мәҙәни-ара һәм конфессия-ара татыулыҡты нығытыу өсөн бик күп эшләне. Юғары мөфтөй күп тапҡырҙар төрлө дини ағымдар лидерҙары араһында һөҙөмтәле диалог, шулай уҡ бөтә Рәсәй мосолмандарын берләштереү өсөн сығыш яһаны.
Тәлғәт Тажетдиндың ҡаҙаныштары дәүләт, шулай уҡ донъяның ҙур дини тәғлимәттәре вәкилдәре тарафынан күп тапҡырҙар билдәләнде. Мәҫәлән, быйыл декабрь башында сит илдәрҙә йәшәгән ватандаштарыбыҙҙың III Бөтә донъя конгресында Тәлғәт Тажетдин II дәрәжә изге кенәз Даниил Московский ордены менән наградлана. Илебеҙҙә дини-ара диалогты нығытыу буйынса күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн уға был орденды Мәскәү һәм бөтә Рәсәй патриархы Кирилл тапшыра.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика