11:32 (UTC+5), 29 Декабря 2009

Ағиҙел ярындағы микрорайонды планлаштырыу буйынса тыңлауҙар үткәрелә

Евгений Рәхимҡолов
Ҡала хакимиәте Өфөнөң Ленин һәм Киров райондарында Нехаев, Красин, Аксаков, Зәки Вәлиди, Алтай урамдары һәм Ағиҙел йылғаһы менән сикләнгән биләмәне планлаштырыу проекты буйынса тыңлауҙар үткәрәсәк. Өфө ҡала Советы депутаттары ошондай ҡарар ҡабул итте.
Ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Рәшит Сатаров хәбәр итеүенсә, тыңлауҙар кешенең уңайлы тормош шарттарына хоҡуҡтарын күҙәтеү маҡсатында үткәреләсәк. Тораҡ микрорайонын планлаштырыу 259 гектар майҙанды солғап ала һәм әлеге ваҡытта унда йәшәүсе 27,6 мең кешенең мәнфәғәттәренә ҡағыла.
Биләмәне планлаштырыу проекты буйынса үҙ тәҡдимдәрен өфөләр ҡала округы Советына бер ай эсендә ебәрә ала. Тыңлауҙар Өфө хакимиәтенең Баш архитектура һәм ҡала төҙөлөшө идаралығы бинаһында 2010 йылдың 27 февралендә сәғәт 10-да үткәреләсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика