07:02 (UTC+5), 26 Декабря 2009

Рәсәй Ҡотҡарыусылар көнө менән!

БР Президентының матбуғат хеҙмәте
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығының һәм Хөкүмәт ҡарамағындағы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса идаралыҡтың хөрмәтле хеҙмәткәрҙәре!
Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Рәсәй Ҡотҡарыусылар көнө менән ихлас ҡотлайым!
Был һөнәр – яҡшы белем һәм тәжрибә, ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ талап иткән, ер йөҙөндәге иң ауыр, хәүефле һәм изге һөнәрҙәрҙең береһе. Хатты тыныс көндәрҙә лә ҡотҡарыусылар, кешеләрҙең ғүмере, именлеге һәм сәләмәтлеге өсөн көрәш алып барып, алғы һыҙыҡта тора.
Башҡортостанда халыҡты һәм биләмәләрҙе янғындарҙан һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау буйынса бай тәжрибә тупланған. Ваҡыты менән үлемесле хәүефле, һәр оператив бурысты башҡарып сығыу артында офицер һәм рядовойҙарҙың, барлыҡ хеҙмәткәрҙәрҙең – тәүлек әйләнәһенә үҙ профессиональ ҡотҡарыусы бурысын үтәүселәрҙең намыҫлы хеҙмәте һәм батырлығы тора.
Һеҙҙең белемегеҙ, тәжрибәгеҙ һәм ҡаты тәртибегеҙ, кешеләрҙе ҡотҡарыу хаҡына үҙегеҙҙе ҡорбан итергә әҙер булыуығыҙ һәр төрлө ғәҙәттәш тыш хәлдәргә, техноген катастрофаларға һәм стихиялы бәлә-ҡазаларға ышаныслы кәртә ҡуя. Республика халҡы хатта иң төпкөл урындарҙа ла ҡотҡарыусыларыбыҙҙың һәр ваҡыт ярҙамға килеренә ышана.
Был ҡатмарлы эштең иң төп һөҙөмтәһе – тиҫтәләгән мең ҡотҡарып алып ҡалынған ғүмерҙәр. Быйыл ғына республика янғын һүндереүселәре һәм ҡотҡарыусылары шәхси составының ҡыйыу эш итеүе һөҙөмтәһендә 1792 кеше ғүмере, байтаҡ матди ҡиммәттәр ҡотҡарып алып ҡалынды.
Быйыл Өфөлә үткәрелгән янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар араһындағы V донъя чемпионатында Башҡортостан вәкилдәре бик яҡшы әҙерлек һәм профессионализм күрһәтте.
Граждандар оборонаһы һәм янғын һағы ветерандарына – айырым рәхмәт һүҙҙәре. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы күп меңлек отряды бөгөн һеҙ һалған данлы традицияларҙы намыҫ менән дауам итә.
“Республиканың ғәҙәттән тыш ведомствоһы” коллективы киләсәктә лә, рух көсө, үҙ бурысына тоғролоҡ һәм кешеләргә һөйөү күрһәтеп, үҙҙәренә ышанып тапшырылған эшкә бөтә көсөн һәм белемен һалыр, тип ышанам.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет, Ватанға хеҙмәт итеүҙә уңыштар теләйем!
Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика