15:38 (UTC+5), 25 Декабря 2009

Иң яҡшылар бүләкләнде

Иҡтисад, социаль һәм хоҡуҡ өлкәләренең 60-тан ашыу вәкиле бөгөн юғары наградалар алды. Тантана Республика Йортонда үткәрелде. Наградаларҙы Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов тапшырҙы.
БР Президенты Хакимиәте етәксеһе Николай Кураповҡа БР Почет грамотаһы тапшырылды.
Традиция буйынса иң тәүҙә Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән наградланыусыларҙы хөрмәтләнелр. Мәләүездән Марат Ишбаевтың эше дәүләт башлығының рәхмәт хаты менән билдәләнде. Ул көньяҡ округтың Афғанстан ветерандары союзы рәйесе урынбаҫары.
Салауат Юлаев орденын бөгөн «Газ-Сервис» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең баш инженеры Рәйес Кускилдинға һәм «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы» Халыҡ-ара йәмәғәт берләшмәләре союзы Башҡарма комитеты ағзаһы — «Учалыһөт» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Тәлғәт Хәйеровҡа тапшырҙылар.
Тәлғәт Хәйеров – сығышы менән Силәбе өлкәһенән. Бында ул производство, шулай уҡ йәмәғәт эшмәкәрлеге менән әүҙем шөғөлләнә. Республика Президенты, элек республикала Учалының һөт продукцияһы тураһында аҙ беләләр ине, ләкин һуңғы йылдарҙа хәл үҙгәрҙе. Һөт эшкәртеү үҫешә. Тулайым һауым буйынса Учалы районы бөгөн алдынғы биләмәләр иҫәбенә инә.
Был көн Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе коллективы өсөн дә әһәмиәтле булды. Топ-менеджер Александр Артюхов етәкселегендә бер төркөм иң яҡшы хеҙмәткәрҙәр «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәләре, БР Почет грамоталары һәм төрлө өлкәләрҙә «атҡаҙанған» исемдәре алды.
— Был йәш директор ауыр шарттарҙа коллективты һаҡлап ҡала алды, — республика Президенты ӨМЭПБ-ның генераль директорына шундай характеристика бирҙе, уға “БР-ҙың атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе” исеме бирелде. – Бөгөн берекмә тотороҡло эшләй. Башлыса, Ҡытай, Һиндостан, Малайзия, Алжир өсөн продукция сығаралар. Уникаль двигателдәр эшләйҙәр.
Наградланыусылар араһында медиктар ҙа аҙ түгел. Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан, Балтас һәм Федоровка райондарынан һигеҙ кеше бөгөн Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған врачтары булды.
Мәҙәниәт, транспорт, халыҡты социаль яҡлау, физик культура хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар, энергетиктар, иҡтисадсылар, нефтселәр һәм юристар почетлы исемдәргә эйә булды.
— Башҡортостан ижад итә һәм эшләй, — тине Президент. – Һәм бында залда ултырыусыларҙың ҡаҙанышы ҙур.
Мортаза Рәхимов, быйыл күп күрһәткестәр буйынса республика 2008 йылдағынан насар эшләмәне, тип билдәләне. Хатта аграрийҙар, ҡоролоҡ булыуға ҡарамаҫтан, яҡшы ғына уңыш йыйып алды. Киләһе йылда ла байтаҡ эштәр тора. Президент барыһына ла яңы йылда уңыштар, һаулыҡ һәм бәхет теләне.
1 из 24
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика