Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.93
0
100.8
0
71.61
-0.36
20+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
22 Декабрь 2009, 09:55
Михаил Куковицкий вафат булды
2009 йылдың 20 декабрендә “Башнефтехимзаводтар” етештереү берекмәһенең элекке генераль директоры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы Михаил Михайлович Куковицкий ҡаты һәм оҙаҡ ауырығандан һуң 80-се йәшендә вафат булды.
М.М. Куковицкий 1930 йылдың 12 июлендә Краснодар крайының Новороссийск ҡалаһында тыуған. Бөтә хеҙмәт эшмәкәрлеген нефть эшкәртеү тармағына арнай. 1953 йылда Мәскәү химия-технология институтын тамамлағандан һуң, Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында өлкән инженер, цех начальнигы урынбаҫары, артабан цех начальнигы булып эшләй. 1960 йылдан 1978 йылға тиклем КПСС-тың ХХII съезы исемендәге Өфө нефть эшкәртеү заводында техник бүлектең баш технологы-начальнигы, баш инженер, 1978 йылдан 1986 йылға тиклем ошо завод директоры вазифаларында эшләй. 1986 йылда “Башнефтехимзаводтар” территориаль берекмәһе начальнигы итеп тәғәйенләнә. 1988 йылдан 1992 йылда лайыҡлы ялға сыҡҡансы “Башнефтехимзаводтар” етештереү берекмәһенең генераль директоры булып эшләй.
М.М. Куковицкий үҙен оҫта ойоштороусы һәм талапсан етәксе, юғары квалификациялы, аҡыллы белгес итеп күрһәтә. Техник фәндәр кандидаты ғилми дәрәжәһенә диссертацияны уңышлы яҡлай.
Бөтә вазифаларҙа ла Михаил Михайлович ҡушылған эшкә юғары яуаплылыҡ һәм тырышлыҡ менән ҡарай. Ул ҡаланың һәм республиканың ижтимағи-сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнаша. БАССР Юғары Советы депутаты, КПСС Өлкә комитеты ағзаһы, КПСС-тың ХХVII съезы делегаты итеп һайлана.
Уның күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте “Почет Билдәһе”, Октябрь Революцияһы ордендары, “Фиҙакәр хеҙмәте өсөн” юбилей миҙалы менән билдәләнә. Уға “Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы” тигән маҡтаулы исем бирелгән.
Михаил Михайлович ихласлыҡ, күңел ябайлығы, баҫалҡылыҡ һәм кешеләргә иғтибарлы мөнәсәбәт кеүек һоҡланғыс кешелек сифаттары менән айырылып торҙо.
Талантлы етәксе, сағыу шәхес һәм һоҡланғыс кеше Михаил Михайлович Куковицкий хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.
Некрологка республика Президенты Мортаза Рәхимов, БР Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев, БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев һәм башҡа рәсми кешеләр ҡул ҡуйған.
Автор:
"Башинформ"
Теги:
хәтер
некролог
Читайте нас: