14:30 (UTC+5), 19 Декабрь 2009

Энергетиктар көнө менән!

БР Президентының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Энергетиктар көнө айҡанлы тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Ҡотлауҙа шулай тиелә:
“Башҡортостан энергетика комплексының хөрмәтле хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Энергетиктар көнө менән ихлас ҡотлайым!
Башҡортостандың энергетика системаһы ҙур иҡтисади һәм фәнни-техник ҡеүәткә эйә. Был илдә иң ҙур һәм иң ышаныслы электр һәм йылылыҡ энергияһы етештереүселәрҙең береһе. Республика энергетиктары эҙмә-эҙлекле рәүештә инновацион үҫеш юлы буйлап бара, фәнни технологияларҙы киң индерә.
Быйыл, бөтә ҡатмарлылыҡтарға ҡарамаҫтан, «Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәте яңы энергетика объекттары төҙөүҙе, булған ҡеүәттәрҙе реконструкциялауҙы һәм яңыртыуҙы әүҙем дауам итә. Заманса турбиналар һәм ҡоролмалар, йылылыҡ магистралдәре, юғары вольтлы электр тапшырыу линиялары сафҡа индерелә.
Һәр ваҡыттағыса Башҡортостан энергетиктары Урал төбәгендә беренселәрҙән булып көҙгө-ҡышҡы осорҙа эшләүгә әҙерлек акты алды, был юғары миҙгел көсөргәнеше шарттарында республика энергосистемаһының өҙлөкһөҙ эшләү гарантияһы булып тора.
Социаль һәм кадрҙар сәйәсәтенә айырыуса ҙур иғтибар бирелә. Йыл һайын күп белгестәр квалификацияһын күтәрә. Энергетиктарға шифаханаларҙа һәм профилакторийҙарҙа урын бирелә, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәм хеҙмәт ветерандарына матди ярҙам күрһәтелә.
Социаль өлкәне камиллаштырыу, кәрәкле объекттар төҙөүҙе дауам иттереү үтә лә ҡыуаныслы. Мәҫәлән, Энергетик ауылында «Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәте заказы буйынса төҙөлгән бына тигән физкультура-сәләмәтләндереү комплексы асылды. Ижтимағи тормошобоҙҙоң бөтә өлкәләрендә энергетиктарҙың ҡаҙаныштары киң билдәле.
Бай тәжрибәгә һәм юғары квалификацияға эйә булып, һеҙ киләсәктә лә энергия системаһының һөҙөмтәле эшләүен тәьмин итеү, республиканың, уның ҡалалары һәм ауылдарының артабанғы социаль-иҡтисади үҫеше өсөн кәрәкле шарттар булдырыу буйынса яуаплы бурыстарығыҙҙы уңышлы үтәрһегеҙ, тип ышанам.
Электростанциялар, электр һәм йылылыҡ селтәрҙәре, ремонт-төҙөлөш һәм махсуслаштырылған предприятиелар белгестәренә, эшселәренә һәм хеҙмәткәрҙәренә, энергетика ветерандарына ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет, тыуған Башҡортостаныбыҙ һәм бөтә Рәсәй именлеге хаҡына хеҙмәтегеҙҙә яңынан-яңы ҡаҙаныштар теләйем!
Байрам менән, ҡәҙерле дуҫтар!
Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов”.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика