Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.99
0
98.78
0
83.96
+0.69
12+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
18 Декабрь 2009, 16:36

Хеҙмәт баҙарында көсөргәнеште кәметеү буйынса өҫтәмә саралар программаһы раҫланды

2009 йылдың 18 декабрендә Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов «2010 йылда Башҡортостан Республикаһы хеҙмәт баҙарында көсөргәнеште кәметеү буйынса Республика өҫтәмә саралар программаһын раҫлау тураһында» Указға ҡул ҡуйҙы. Указ Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең «2010 һәм 2011 йылдарҙа федераль бюджеттан РФ субъекттары бюджеттарына РФ субъекттарының хеҙмәт баҙарында көсөргәнеште кәметеүгә йүнәлтелгән өҫтәмә сараларҙы тормошҡа ашырыуға субсидиялар бүлеү тураһында” ҡарарына ярашлы, республиканың хеҙмәт баҙарында көсөргәнеште кәметеү маҡсатында сығарылды.
Указға ярашлы, Республика программаһы раҫланды. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә был программа сараларын ваҡытында тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итергә ҡушылды.
Указ ҡул ҡуйған көндән көсөнә инде.
Автор:БР Президентының матбуғат хеҙмәте
Читайте нас: